Все новости
Йәшәйеш
18 Декабря 2022, 12:34

«Ирҙәр» милли проекты кәрәк

Ир-аттарҙың үҙен ҡарамауы ла бәкәлгә һуға. 

«Ирҙәр» милли проекты кәрәк
«Ирҙәр» милли проекты кәрәк

Светлана ИВАНОВА, район ЗАГС бүлеге мөдире:
- Ирҙәр, ысынлап та, ныҡ күп үлә. Яңыраҡ ҡына беҙгә, мырҙаларын ерләйем тип, ике ҡатын килде – туғандары бик йәшләй китеп барған, бындай орсаҡтар йыш күҙәтелә. Үлгәндәрҙең күбеһе, минең күҙәтеүемсә, яңғыҙ йәшәгән ирҙәр. Йә эсеп йөрөгән була, йә сире барлығын да белмәй, йылдар буйы дауахана яғына әйләнеп ҡарамаған ир була. Ҡатынһыҙ ҡалғас, ир кеше ҡарауһыҙ ҡала, ашауы йүнле булмай, өҫ-башы ла рәтле түгел. Бер егет атаһын ерләне яңыраҡ, атаһы әле пенсия йәшенә лә етмәгән, үпкә ауырыулы булған, ә был турала белмәгән дә. Эскән. Үпкәһе ауыртыуын да һиҙмәгәндер, гел похмелдә йөрөгән кеше сирҙе тоймауы ла ихтимал. Ир өҫтөндә былай ҙа ҙур яуаплылыҡ ята, аҡса табырға кем тейеш -ир. Стресс өҫтөнә стресс өҫтәлә, барыһы ла эскә йыйыла һәм ир бер көн килеп һына ла ҡуя. Ҡатын-ҡыҙ бөтәһен дә эсендә тотоп бармай, шуға төрлө стресстарға бирешмәй, ирҙәргә ҡарағанда нығыраҡ була, оҙағыраҡ йәшәй. Был ауыр хәлдән сығыр өсөн милли проектарға"Ирҙәребеҙ" тигәнле лә керетергә кәрәк. 
Салауат хәҙрәт БАЙМӨХӘМӘТОВ, Күмертау ҡалаһы:
- Нишләп ир-аттар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда аҙ, тиһегеҙме? Сәбәбе билдәле инде: йәшел йылан менән дуҫлыҡ ныҡ булғанға. Күп ирҙәр эскелек арҡаһында был донъянан иртә китәләр. Тәмәке тартыу ҙа ғүмерҙе оҙайтмай, һаулыҡты нығытмай. Етмәһә, ниндәй заманалар етте... Ир-аттарға эш юҡ, ә ғаиләне ҡарарға, түләүҙәрҙе ваҡытында түләргә кәрәк. Ошо айҡанлы көслө заттарыбыҙ эскелеккә биреләләр. Аҡса булмауҙан уйланыуҙар арҡаһында инфарктан үлгәнәдәр ҙә күп, шулай уҡ суицид та ситтә йөрөмәй. Ауыр заманда үҙеңде ҡулға алып йәшәргә тырышыр кәрәк, иң мөһиме йәшел йылан менән дуҫлашмаҫҡа.
Салауат СОЛТАНГӘРӘЕВ, Таймаҫ ауылы аҡһаҡалы:
- Ауылда берәйһе мәрхүм булһа, һуңғы юлға оҙатыуҙы хәстәрләп, зыяратҡа йөрөйбөҙ. Аҙаҡҡы йылдарҙа шуны күҙәтергә була: яҡты донъя менән хушлашҡандарҙың араһында күбеһе пенсия йәшенә лә етмәгән ир-аттар. Барыһы ла эскелек һәм эшһеҙлек арҡаһында килеп сыға. Эш эҙләп ситкә китәләр, ә унда эш әллә бар, әллә юҡ. Аҡса түләмәйенсә сит яҡтан ҡайта алмай яфаланғандар ҙа юҡ түгел. Былар барыһы ла көслө затты аяҡтан йыҡҡан стресс инде. Уйланыуҙар йөрәккә бәрә, йә ҡайғыларынан эскелеккә биреләләр. Хатта өйҙә ял итәм тип телевизор ҙа ҡарап булмай. Унда ла алға китеш юҡ, йәнде көйҙөрөрлөк тапшырыуҙар ғына күрһәтәләр.
Ир-аттар үҙен ҡарамауҙары ла бәкәлгә һуға. Берәй ерҙәре ауыртһа ҡул һелтәйҙәр ҙә ҡуялар, аяҡтан йығылмайынса дауаханаға бармайҙар улар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: