11 йәшлек ҡыҙ, тышҡа сығып, бесәйемде генә ҡарайым тип әсәһенә өндәшә лә, һыуға батҡандай, юҡ була.
Киске һигеҙҙәр тирәһе, тышта ҡараңғы, тәнде генә түгел, йәнде өшөтөрлөк һыуыҡ. Ҡобараһы осҡан әсә, ҡайҙа барып бәрелергә лә белмәй, ауылды әллә нисә урағас, полицияға өндәшә (яр һала). Волонтерҙар ҙа килеп етә. Баланың телефонына шылтыратып та ҡарайҙар - уныһы өндәшмәй, бәйләнеш юҡ.
Был әсәгә ҡарата яҙмыш миһырбанлы була - бала тышҡа сыҡҡан да, автобусҡа ултырып, Күмертауға киткән, унан - Мәләүезгә, өләсәһе янына.
Бер нисә сәғәт эҙләгәндән һуң (әсәнең тамуҡ уттарында янған мәлдәре), төн уртаһында Мәләүездән шылтыраталар: ҡыҙыҡай миндә, ҡунаҡҡа килде. Был хәл, бәхеткә, хәйерле тамамлана.
...Бәләкәй саҡта ғына түгел, олоғайғас та әле, ҡайһы бер ҡылыҡтарыбыҙ менән әсәне уттарға һалғаныбыҙҙы уйламайбыҙ ҙа.