Көнө көн һымаҡмы, һепертмә буран, юлы ла әллә ни шәптән түгел, ҡар һалып өлгөргән.
Әммә, күңел һиҙҙе, был ҡатындарға әле рәхәт. Скандинав таяғына таянып йөрөйбөҙ, һаулыҡты нығытабыҙ тип кенә шатланмай, тыуған ер буйлап, ҡышҡы һауаны һулап китеп барыуҙарынан бәхетлеләр шикелле улар.
Беҙҙән һорап та тормай, бушлай бирелгән ошо бәхетебеҙҙе оҙағыраҡ татып йәшәргә насип итһә ине - атлап барған ғәзиз ер йылыһын, услап эскән шишмә һыуы тәмдәрен, һулап туймаҫ һауаһын.
Йәшәү – үҙе бәхет бит ул...
Кеше һәр саҡ бәхетле ул - шуны белмәй.
Ғүмер баҡый әллә ҡайҙан бәхет эҙләй.
Бәхет эҙләп, илдәр гиҙә, күктәр иңләй,
Аңлағанға - һәр атҡан таң йыуаныстыр,
Һәр бер күргән әйбер үҙе ҡыуаныстыр.
Йәшәү - үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Уның өсөн кәрәк түгел таж һәм тәхет.
Нимәгәлер өлгәшеүҙә түгел бәхет,
Уның өсөн кәрәкмәй ҙә дан һәм шөһрәт.
Ташламаһын һәр әҙәмде тик һаулығы,
Һаулыҡ булһа килер уға көс һәм ҡөҙрәт.
Йәшәү үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Ошо хаҡта аңлау фарыз. Тик шул ғына!
Яҙғандарым - бәхет эҙләп йонсоғанға
Бәхеткә юл табыр бер ым, ысул ғына. (Сулпан МИҢЛЕБАЕВА).