Ырымбур өлкәһендә (Башҡортостан менән сиктәш ерҙә, Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы янында) өс мышыны аттылар. Браконьерҙар - "Юшатыр". Был хәбәр килеп сыҡҡас та, күптәр бирләнде: өйҙә ас ултырған балаларығыҙ бармы? Туҡтың күҙе хикмәттә, бик эш тапмаһағыҙ, дәртегеҙҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, ана, фронтҡа китегеҙ, шунда атышығыҙ. Аҡсағыҙ артып бара икән, фронтҡа ярҙам итегеҙ. Әле билдәле булды: баҡһаң, ҡыйбатлы ҡаргиҙәрҙә, ҡыйбатлы мылтыҡ тотоп, арзан булмаған кейем кейеп Ырымбур өлкәһе чиновниктары йөрөгән икән! Асыу килмәҫ ерҙән килер. Вәт, ҡоторған бәндәләр. Был мәлдә бит һеҙҙең район (Төйлөгән) егеттәре яуҙа йөрөй.
...Фронтта булған Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы егеттәре тураһында (фотола - улар) мәҡәлә гәзиттә баҫылды.