Ҙур сәфәрҙән яңы ҡайтып торам.
"Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы егеттәре менән Украинаға барып, барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайттым. Күргәндәрҙән оҙаҡ ҡына үҙемде ҡулға алып фекерҙәремде туплай алмай ултырҙым.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, гуманитар ярҙамды күпселек Көйөргәҙе һәм Күмертау егеттәре булған ергә алып барып тапшырҙыҡ: тепловизорҙар, рациялар, биноклдәр, ноутбук, УАЗик машинаһы, 600 метр кабель, төҙөлөш материалдары, медикаменттар һәм шәхси посылкалар, барыһы ла егеттәргә алып барып еткерелеп, тапшырылды.
Егеттәрҙең барыһын да күреп бөтөп булманы, сөнки улар алғы һыҙыҡ буйлап тиҫтәләгән саҡрымдарға һуҙылып урынлашҡан.
Беҙҙең ғәскәрҙәр Днепрҙың бер ярында торһа, икенсе ярында - дошмандар, Украин ғәскәрҙәре. Днепрҙың киңлеге бер нисә киллометр, шул ғына әүҙем хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатып тора.
Саперҙар ротаһында ҡундыҡ, һалдат мунсаһында йылындыҡ, унда командирҙарҙың береһе Көйөргәҙе капитаны Тимур атлы егет ине.
Беҙ, Мариуполь - Мелитополь-Запорожье (Днепрорудное)-Донецк-Торез-Луганск маршруты буйлап йөрөп ҡаттыҡ. Унда һуғыш бара. Ишелеп торған йорттар, емерелгән юлдар, яндырылған техника, артиллерия тауыштары яңғырай.
Шул уҡ ваҡытта унда тормош дауам итә. Кешеләр эшкә йөрөй, яңы йорттар һәм юлдар төҙөлә. Урындағы халыҡтың яҡынса 30% ғына бында йәшәргә ҡалған, кемдер Рәсәйгә, кемдәрҙер Европаға күсеп киткән, ҡайһы берәүҙәре төрлө яҡлап хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Беҙҙең яугирҙәребеҙ ошо ерҙәрҙә тыныслыҡ һәм тәртип тәьмин итә.
Ошо көндәрҙә күргән, үҙем аша үткәргән бер нисә күренеште һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.
1. Алып килгән йөктө полк келәтенә бушатып, тәмәке тартып, һөйләшеп торабыҙ, һәм шул мәлдә яныбыҙҙа ғына туҡтауһыҙ атыш тауышы яңғыраны, мин ҡотом осоуҙан сүгәләнем, ә эргәмдә торған, был күренешкә өйрәнеп бөткән командир: "Беҙҙекеләр эшләй,- тип тыныс ҡына тәмәкеһен тартып бөттө лә, - Ҡәҙерле ҡунаҡтар, теге яҡтан яуап килмәҫ борон, йәшенеү өсөн подвалға рәхим итегеҙ,"- тине.
Подвалда һалдат ашханаһы урынлашҡан, беҙ ҙә һалдат һурпаһын тәмләп ҡараныҡ. Беренсегә - балыҡ консерваларынан аш, икенсегә картуф, ит, сәй һәм пирәшки. Әрме хеҙмәтен хәтергә төшөргән был һый бик тә тәмле булды.
2. Егеттәребеҙ һөйләүенән: күрше ауылдан бер ҡатын ярҙам һорап килгән, аҙыҡ-түлек һораған. Уға бер нисә ҡумта ризыҡ тейәп, өйөнә алып барышырға тәҡдим итәләр, тик ҡатын баш тарта, күршеләр аңламаясаҡ, ти яуаплай.
3. Медсанчастҡа ла барып еттем, бында Күмертау егете табип булып хеҙмәт итә. Ул бер нисә көн элек кенә, аяғы һынған урындағы ҡатынды ҡабул иткән, беренсе ярҙам күрһәтеп, дауаханаға оҙатҡан.
4. Патрулгә сығып йөрөгән егеттәребеҙ, урындағы 15-17 йәшлек үҫмерҙәрҙең бик агрессив булыуын, иҫерек килеш патрулгә һөжүм итеп, ҡоралдарҙы тартып алырға теләүҙәрен һөйләйҙәр. Иҫкәртеү өсөн һауаға атҡандан ҡурҡмайҙар, беҙҙекеләрҙең урындағы халыҡҡа атырға ярамағанын яҡшы аңлайҙар, көскә ҡотолдоҡ, тиҙәр егеттәр. Һуңғараҡ бындай осраҡтарҙа атырға рөхсәт бирелгән, шикелле.
5. Донецк ҡалаһын үткәндә, тегенән дә бынан да артиллерия эшенең тауыштары ишетелә.
6. Луганск һәм Донецк ҡалаларында эшләүсе ирекмәндәр һөйләүҙәренән: халыҡҡа гуманитар ярҙам таратабыҙ, күбеһенсә балаларын эйәртеп ҡатындар килә, ирең ҡайҙа, тигән һорауға яуап бирмәйҙәр, эргәләрендә торған балалары, минең атайым һуғышта москалдәрҙе туҡмай, тип яуаплай.
7. Тимур - саперҙарҙың командиры һөйләүенән: Миналарҙы зарарһыҙландырыуға сыҡҡандар. Теге яҡ ғәскәрҙәрҙең Днепр йылғаһына урынлаштырылған һыу миналары ысҡынып китеп, беҙҙең яҡ ярға килеп терәлгән, шуларҙы шартлатҡандар, шартлауҙар бик көслө булған.
Тағы нимәләр әйтергә була.... Егеттәребеҙҙең хәл-торошона килгәндә, Аллаға шөкөр, кәйефтәре күтәренке, хәрбиҙәрсә. Аш-һыуға мохтаж түгелдәр, барыһы ла етерлек, үҙҙәренән артҡанын мохтаждарға ярҙамға бирәләр. Балдарҙың ниндәйе генә юҡ: Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе балы, йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы, йәнең теләгәне бар.
Кейемдәргә килгәндә, был яҡлап та барыһы ла шөкөр, йыуынып сығырға мунса бар, гигиена яғынан тәртип.
Барыһы ла булғас, уларға нимә кәрәк, тигән һорау тыуа, яугирҙәребеҙгә: тепловизорҙар, төнгө прицелдар,коптерҙар, рациялар, ноутбуктар, медикаменттар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш ҡоралдары, кеүек ҡыйбатлы "уйынсыҡтар" кәрәк.
Ошоларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күреп, Рәсәйгә ҡайтҡас, башҡа бер генә уй килә: беҙ бөгөнгө тыныс тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белмәйбеҙ... Һаман кемделер ғәйепләбеҙ, ғәйбәт һөйләп, асыу һаҡлап йәшәйбеҙ. Ағастар артынан, урманды күрмәйбеҙ, тигән һүҙ.
Еңеү яулағандан һуң, беҙгә ҡушылған биләмәләрҙең иҡтисадын бик оҙаҡ аяҡҡа баҫтырырға тура киләсәк, ә иң ҡатмарлыһы, халыҡты яңынан тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк буласаҡ, был эш еңел булмаһа ла быуындар аша быға ирешеп булыр, тип ышанам.
Юлай ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы мунципаль район хакимиәте башлығы.