-14 °С
Облачно
Был ауылдың һауаһы башҡамы, эскән һыуҙары, ашаған икмәге икенсеме, ҡыҙҙарҙың сибәр булыуының серен, бар, белеп ҡара.
Айгөл Иҫәнбирҙинаны (Сәлтәшеваны) ғына ал - ҡарап туймаҫлыҡ. Сибәрлеге бер нәмә, таланты хаҡында оло хитап яҙырлыҡ. Күптәр иҫләргә тейеш: Айгөл сәхнәгә мендеме, бөттө, бар тирә-йүндәге ваҡ-төйәк, ығы-зығы юғала, аң томалана, фани донъя юҡҡа сыға, үҙенең матурлығы, бейеүе менән иҫте ала ла ҡуя ине, йәнең, гонаһлы ерҙе ташлап, башҡа тарафтарға - саф күккә оса.
Әле лә бейеүен ҡарап ултырабыҙ - йәнебеҙ йәнә, тәнде ташлап, ҡайҙалыр осоп китте.