Йәшәйеш
1 Марта 2023, 05:49

Матур һәм тәмле

Был ҡыҙ янынан туҡтамай үтеп китеп булмай ине.

Матур һәм тәмлеМатур һәм тәмле
Матур һәм тәмле
Лиана Солтангәрәева. Сәскәләр күргәҙмәһе алып килгән, гөлләмәләре ашай торған, кәнфиттән яһалғандар. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала әсәһе ул, әле декретта, ир  - эштә. Ҡатын-ҡыҙ декретта ятһа, һулый башлай, үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгәндәй тойоп, депрессияға бирелә тиҙәр. Алдайҙар. Лиана, ана, ниндәй шөғөл тапҡан үҙенә: өйөндә, бына ошондай матур гөлләмәләр яһап, һата.
- Клиенттар бик күп, яһап өлгөрөп тә булмай, - тине беҙгә үҙе лә сәскә һымаҡ булған ҡыҙ.
Бөгөнгө сара ҡатын-ҡыҙ бәхетенә арналған, ошо бәхет һине бер ҡасан да ташлап китмәһен, тормошоң, үҙең эшләгән сәскәләр кеүек, матур ҙа, тәмле лә булһын. 
Автор:
Читайте нас