Элек кенә яфаланғаныҡ икән: фотоға төшәм тиһәң, салонға барыр алдынан, әллә нисә көн алдан әҙерләнергә кәрәк, нимә кейәм, нисек буянам (кейергә рәтле кейеме, буянырға йүнле кометикаһы бармы әле?). Иҫке фотоларға ҡараһаң, көлкө килә: нимә тип гел өҫкә бәлтә лә тун, ә башҡа кәпәс кейеп төшкәндәр икән?
Хәҙер анһат, һәр кемдең ҡулында телефон.
Ошолай уйлай инек. Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе Гөлнара Нафиҡованың эштәрен күргәнгә ҡәҙәр. Фотоға төшөрә белеү - оло һөнәр икән дә. Беҙ ҙә фотограф, көн дә төшөрәбеҙ, әммә... Гел уңышлы килеп сыҡмай, йә ҡараңғы була, йә кешенең илбәтһеҙ мәле тура килә: ауыҙ тултырып ашап ултыра, йә иһә, берәй ерен тырнапмы, соҡопмо тора.
Бына Гөлнараның сираттағы эше. Был фотоға ҡарап, күҙ ҡыуана, күңел нурлана. Г. Нафиҡованың фотоларында кешеләр ҙә бәхетле күренә.
...Һәр саҡ, Гөлнараның эштәре кеүек, тормошобоҙ ҙа яҡты нурҙарға ҡойоноп торһон ине.