Ә бында... ирҙәр. Башлыҡтар, етмәһә.
Был бәйге һымаҡ нәмәне ҡуйғанда одалар йырланыр тип көтмәнек (ирек бирһәң, ундайҙары ла, хәйер, йәһәнәм), ә, бәлки, аҙмы-күпме фекерҙәр ҙә яҙылыр тигән өмөт бар ине. Эттән алып эткә һүкмәйҙәр әлегә, шулай ҙа бер нисә һүҙ яҙҙылар. Шуларҙың береһе "Ә ҡайҙа өсөнсө вариант?" тигән һорау булды. Ул варианттарҙы уйламаныҡ: икеһе лә бигерәк хөрт йәки икеһе лә үтә шәптәр тигәндәрен.
Ҡыҙҙар һайлағанда ғына рәхәт, быныһында ҡыйыныраҡ.
Әле Юлай Ильясов әллә ҡайҙа алға сығып китте, быныһы тәбиғи: беҙҙе күбеһенсә ауыл кешеһе, башҡортса һупалағаны уҡый. Ә, бәлки, сәбәп бүтәндәлер ҙә: районда тормош һәйбәтерәктер.
Тауыш биреү дауам итә.