Бер заман ауылыбыҙға Гәүһәр исемле ҡыҙ ҡунаҡҡа килде. Күгәрсен районы Исем ауылынан булған ошо сибәргә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Туғандарынан адресын алып хаттар яҙҙым үҙенә. Түҙмәнем, бер-ике айҙан барып, ҡулын да һораттым, - ти Рәкит ағай.
- Өйләнешкәс Яманһарыла йәшәнек. Биш йыл унда торғас, Исемдә лә йәшәп алдыҡ. Унда йәшәү шарттары ауырыраҡ булғас, Ырымбур өлкәһе Козловка ауылына күсеп киттек. 22 йыл шунда ғүмер иттек. Мин Яманһарыла ла Козловкала ла уҡытыусы булып эшләнем. Иптәшем үҙ ғүмерен колхозға бағышлай. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерҙек. Ниндәй генә төр ағастарыбыҙ юҡ ине. Мал, ҡош-ҡорт та күп булды. Биш балаға ғүмер бүләк иттек. Аҙаҡ тыуған яҡтарға кире ҡайтыу, үҙ халҡың араһында йәшәү теләге тыуҙы һәм Күмертауға ҡайтып төпләндек, - ти Гәүһәр ханым.
Баяновтар биш балаға ғүмер бүләк итә. Уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтереп, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы елдәре лә уларҙы ситләп үтмәй. Быйыл март айында оло улдары Иршат фажиғәле аварияға осрап һәләк була...
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылдыю