-14 °С
Облачно
Улар, ғөмүмән, В. Ульяновтың кем икәнен дә белмәй, Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылы кәзәләренең коммунизм тәғлимәттәре ике ятып бер төшөнә инмәй. Ниндәй ҡоролошта йәшәйһегеҙ тип һораһалар, кәзәнең теле булһа, ул мотлаҡ ошолай тип яуап бирер ине - анархия. Уларға ике донъя - бер мөрйә, ҡайҙа теләй, шундай бара, нимә теләй, шуны эшләй. Көтөүселәре юҡ. Кәзә анархияһынан ауыл халҡы яфа сигә, был малдың ниндәйҙер тишеккә башы һыйһа, ҡалған яғы ла һыя, донъяны ҡоротоп бөтөп баралар. Уларға тиҙ рәүештә Ленин бабай һымаҡ дөрөҫ юл күрһәткән юлбашсы-көтөүсе кәрәк.