Ысынтылап илаһаң, һуҡыр күҙҙәр дә йәш сыға икән, Яңы Муса менән Лена ауылы араларына быйыл ҡырсын түшәйәсәктәр. Район хакимиәтендә беҙҙе шулай тип һөйөнсөләнеләр. Был юлдың – Яңы Мусанан башлап Таймаҫҡа тиклем – исеме генә юл, яҙын-көҙөн-йәйен-ҡышын, йыл дауамында зар иланған юл. Уны элегерәк, бәләһенән баш-аяҡ типтерме, республика ҡарамағына күсерҙеләр, юлды хәстәрләп тотоуы мең бәлә, райондың хәле етмәй. Күптәр өсөн һылтау ғына булды, ниңә ремонтламайһығыҙ, ниңә ваҡытында таҙартмайһығыҙ – ул беҙҙеке түгел. Республика Юл идаралығы әле әйткән: быйыл ҡырсын түшәйбеҙ, Ленаға тиклем.
- Ниңә Ленаға тиклем генә, уның теге яғы ла ҡот осҡос?
- Быныһына ҡыуанайыҡ әле, тора-бара, бәлки, артығырағы ла булыр.
Нимә була, әллә асфальтына тиклем һалып ҡуйырҙармы (Таймаҫҡа, Зәк-Ишмәткә тиклем) тип һорарға батырсылыҡ итмәнек, йә юҡ тип әйтер тип ҡурҡтыҡ.