Все новости
Йәшәйеш
20 Июля , 14:08

Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ

Һайылмышта бөгөн көн ныҡ эҫе, тын алырлыҡ түгел.

Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ
Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ

Йөрөй торғас, тән генә түгел, йән ҡорғаҡһыны. Телефон хатта беште - эшләмәй башланы. Йырлап-бейеп, Ырымбур түрәләрен оҙатҡас, инде еңелерәк тын алырға булалыр тип, райондың Йәмәғәт палатаһы менән икәү тирмәгә башты тыҡтыҡ: берәй сынаяҡ сәйегеҙ юҡмы?
Ник һораныҡ, тамаҡты сылатыу теләген шунда уҡ һүндерҙеләр:
- Хәҙер начальство килә.
Начальство тигәне ырымбурҙар ҙа түгел, үҙебеҙҙекләрҙән өс кеше икән. Йөрөмәгеҙ табындың йәмен ебәреп тигән кеүек булды. Һуңынан, начальство сығып киткәс, өҫтәл әҙерләгән ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, ҡымыҙ һалып бирәбеҙ тип әйҙәнеләр.
- Үҙегеҙ беләһегеҙ ҙә, беҙҙә гел шулай булды, түрәгә нисек тә ярарға, табынды айырыу - ҡандарында.
Тик был тирмәгә инергә башҡаса аяҡ тартманы.
Һиңә яҙмаған һыуҙың шифаһы булмаҫ, ул барыбер һыуһынды ҡандырмаҫ кеүек тойолдо.

Автор:
Читайте нас: