Ноябрь аҙағында диңгеҙ буйҙарында ял итеп, бидуиндарҙа ҡунаҡта булып ҡайттыҡ. Рәсәй халҡы үҙ ил кешеһен ситтә йөрөгәндә әллә ҡайҙан танып, ҡосаҡлап ала хатта. Үҙ илебеҙҙә лә шулай бер-береһенә туған кеүек булһындар ине ул. Үҙебеҙҙең Рәсәйҙә күрешергә урын булмағас, Египет аэропортында 20 йылдан артыҡ күрмәгән әхирәтем менән осраштым. Оҙаҡ ҡарап торҙо миңә, мин дә оҙаҡ ҡына ҡарап торам, ниңә был ҡатын был хәтлем миңә ҡарай икән, тип. Шунан таныныҡ бер-беребеҙҙе. Ул мине фотоға төшөрөп алды, ә минең башыма ла килмәгән.
Гөлсөм ХӘНБӘКОВА