Йәшәйеш
29 Апреля , 07:28

Ҡатын-ҡыҙ бәхете

Ул бөгөн Ермолаевола

Ҡатын-ҡыҙ бәхетеҠатын-ҡыҙ бәхете
Ҡатын-ҡыҙ бәхете

Әле Ермолаевола «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» күләмле сараһы бара. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамында уҙғарыла. Был байрамға килгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған майҙансыҡ таба, яңыны белә, ә иң мөһим һәм файҙалы мәғлүмәт ала, алдынғы Өфө табиптарының консультацияларын алып, һаулыҡтарын тикшертеү мөмкинлегенә эйә.
Әлфиә Әминева, Шәбағыш ауылы:
- Инде шәп нимә булды был Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете тигән сара. Күптән үтә алмай йөрөгән табиптарҙы үтеп сыҡтым. Алдан сират ҙур булыр тип ҡот осҡайны, сират тиҙ үтә. Окулистҡа инеп сыҡтым, шәп булды, юғиһә беҙҙең район белгесе эштән киткәне бирле күҙҙе күрһәткән юҡ ине. Әле бына неврологҡа инергә торам, алдан яҙылманым, тере сират та тиҙ генә үтә. Өфөнән ҡыҙым Әдилә лә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ине, уны ейәнем менән балалар һаулығы тикшереү өлкәһенә ебәрҙем, бер килгәндә улар ҙа күренеп ҡайтһын тип. Сараны ойоштороусыларға рәхмәт инде, ҡыуандырҙылар.
Альбина Ҡобағошова, Таймаҫ ауылы:
- Сара концерт, күргәҙмәләр менән генә түгел, төрлө белгестәр менән бергә үрелеп барыуы бигерәк ҡулай. Ысынында ҡатын-ҡыҙ бәхете ул һау сәләмәт булыуҙа бит инде. Бында күп төрлө белгестәр, табиптар тупланған, кәрәк икән психологик һаулығыңды тикшертеп ярҙам ал, кәрәк икән физик сәләмәтлегеңде тикшерт. Эндокринологҡа инеп сыҡтым, тере сират менән, алдан яҙылмаған да инем, башҡа төрлө белгестәргә лә күренеп, күргәҙмәләр ҡарап, сара һуңында шәп концерт ҡарап ял итеп ҡайтырға иҫәп бар.

Автор:
Читайте нас