Йәшәйеш
29 Апреля , 07:53

Йөҙҙәре балҡып сыға

Гүзәл заттар стилле образдар яһатып ҡыуана

Йөҙҙәре балҡып сығаЙөҙҙәре балҡып сыға
Йөҙҙәре балҡып сыға

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы табип бүлмәләрен һаҡлаһа, ҡайһы берҙәре матурлыҡ бүлегенән китә алманы. Унда мастер-кластарҙа ҡатнашып, визажистарҙан, парикмахерҙарҙан стилле образдар эшләтеп ҡыуаналар. - Шул тиклем матур итеп биҙәндерәләр, сәстәрҙе лә рәтләйҙәр оҫта ҡуллы ханымдар, - тип ҡыуанышып, йөҙҙәре балҡып, күҙҙәре янып килеп сығалар матурлыҡ территорияһынан бәхетле заттар.
Александра Әбсәләмова, Яңы Таймаҫ ауылы:
- Шул тиклем матур итеп биҙәндерҙеләр, хатта ҡәнәғәт булып ултырам. Визажист алтын ҡуллы Алина Сәфәрова ҡулдары яһаны был гүзәллекте. Ҡатын-ҡыҙ үҙен яратырға, ҡәҙерләргә тейеш бит инде, бына шулай биҙәнеп, төҙәнеп алғас донъя тағы ла йәмлерәк күренә. Бик шәп, күңелгә ятҡан сара булды был.

Автор:
Читайте нас