Все новости

ЯҢЫРЫУ КӘРӘК

Редакцияға Күмертауҙа тыуып, Өфөлә йәшәгән Урал Кәримов үҙе һымаҡ дәртле һәм эшлекле Радик һәм Илһам исемле егеттәр менән килеп инде. Ул Берҙәм Рәсәй партияһы праймеризында ҡатнаша, Ермолаево округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына депутатлыҡҡа кандидат булып бармаҡсы.

Редакцияға Күмертауҙа тыуып, Өфөлә йәшәгән Урал Кәримов үҙе һымаҡ дәртле һәм эшлекле Радик һәм Илһам исемле егеттәр менән килеп инде. Ул Берҙәм Рәсәй партияһы праймеризында ҡатнаша, Ермолаево округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына депутатлыҡҡа кандидат булып бармаҡсы.

- Урал Салауат улы, һин көйөргәҙеләр өсөн ҡапыл ҡайҙандыр килеп сыҡтың кеүек. Был етди бәйгегә үҙеңдең инициатива менән сыҡтыңмы, әллә берәй ағайҙар тәҡдим иттеме?

- Мин ҡапыл килеп сыҡманым. Өфөлә күп эштәр башҡарҙым, бәлки көйөргәҙеләр минең хаҡта белеп тә етмәйҙәрҙер. Алты йыл элек Башҡорт Юниор КВН лигаһын ойошторҙом. Ошо егеттәр менән алты йыл эсендә хатта Силәбе өлкәһендә лә башҡорт КВНы үткәрҙек. Беҙ, беренсенән, КВНдарҙы дәүләттән бер ниндәй ярҙам алмайынса, үҙебеҙҙең аҡсаға үткәрәбеҙ, икенсенән, ошо егеттәр менән “Берҙәм Рәсәй”ҙең халыҡ контролендә ағза булып торабыҙ. Лидерыбыҙ Гөлнур Ҡолһарина менән беҙ команда тупланыҡ. Тик кенә йөрөмәйбеҙ, халыҡтан килгән ялыуҙарҙы тикшерәбеҙ, уларҙы власть органдарына еткерәбеҙ. Мәҫәлән, дауаханаларҙа ниңә бахилалар түләүле, тиҙәр, ә ул буш булырға тейеш. Федераль Закон буйынса бахилалар күптән ҡулланыуҙан сығарылды, сөнки улар организм өсөн зыянлы. Дауаханаға медицина ярҙамы алырға килгән кеше бахила кейергә тейеш түгел, ә иҙән йыш йыуылырға тейеш. Был мин күтәргән проблемаларҙың бер өлөшө генә, ә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Ермолаево һайлау округына үҙем инициатива белдереп килдем.

- Һинең был аҙымыңды урындағы халыҡ ҡыуанып ҡабул иттеме, әллә, ҡустым, нишләп юҡ менән булып йөрөйһөң, тинеләрме?

- Йәштәр, Өфөлә йәшәгән халыҡ мине дәррәү күтәреп алды. Көйөргәҙелә лә миңә теләк белдереүселәр күбәйеп китте. Бигерәк тә бына һеҙҙең интернет селтәрендәге ВКлағы “Юшатыр” төркөмөндә минең хаҡта мәғлүмәт сыҡҡас, күп яҙалар, мине ҡеүәтләп ебәрәләр. Сөнки кешеләр шул уҡ бер йөҙҙәрҙән арығандар, власть структураларына яңырыу кәрәк.

Йәшерәк сағымда Башҡорт йәштәре союзында йөрөнөм, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштым, КВНды эшләнем. Хәҙер 30 йәшем тулғас, мин депутат булып ултырырға, халыҡ өсөн кәрәкле закондар ҡабул итергә әҙермен, ә бына әгәр 20 йәшлектәр Дәүләт Думаһы депутаты булып ултырһа, аңламайым. Сөнки уларға әле эшләргә лә эшләргә кәрәк. Йәштәр сәйәсәтендә лә, мәғариф өлкәһендә лә үҙемде һынап ҡараным, күп райондарҙа, ҡалаларҙа йөрөнөм. Минеңсә, аҡыл, тормош тәжрибәһе туплап, 30 йәштән депутатлыҡҡа барһаң була. Яңырыу кәрәк, тинем. РФ президенты Владимир Путин да, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та власҡа йәштәр кәрәк, тип әйттеләр бит.

- Бөтә ил буйынса белемле, компетентлы кадрҙар юҡ хәлендә. Ҡайһы берәүҙәр йәштәрҙе үҙҙәренең мәнфәғәтендә ҡуллана. Кемдер пиар өсөн йөрөһә, икенселәре аҡса ла алалыр, бәлки. Ошондай осраҡта нисек бойҙайҙы кәбәгенән айырырға мөмкин?

- Йәш саҡта барыбыҙ ҙа патриот бит инде, һәр эштә кемгәлер ярҙам итеү теләге менән янып йөрөйһөң. Шуны файҙаланып, күпселектә йәштәрҙе үҙ мәнфәғәттәрендә ҡулланалар ҙа инде. Шуға ла беҙ йәштәр менән эште КВН аша эшләйбеҙ. Уларға митингка сығығыҙ, тимәйбеҙ, ә уйнағыҙ, һөйләгеҙ, үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ, тибеҙ.

Йәштәрҙе беҙ Сочиға ебәрәбеҙ, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға алып барҙыҡ, улар донъя күреп ҡайта, башҡа тиҫтерҙәре менән аралаша, тәжрибә туплай. Ошо КВН аша сәхнәгә сығып үҙҙәрендә ышаныс арттыра, матур итеп аралаша беләләр. Әйтәйек, КВНдан һуң тамада булып китеп төрлө байрамдар, туйҙар алып барһындар, бермә-бер файҙалы була. Һуңынан улар эшҡыуар ҙа булып китер.

Беҙ уларға ҡысҡырып, флаг күтәреп йөрөмәгеҙ, ә конструктив нимәлер эшләр кәрәк, тибеҙ. Кино, клиптар төшөрһөндәр, Мәскәүгә барып продюсерлыҡҡа өйрәнеп ҡайтһындар. Бына минең менән килгән егеттәрҙе алһаҡ та, Радик Ғиззәтов Салауат ҡалаһында йәшәй, үҙе Ишембай районында тыуған, фән кандидаты, ул да беҙҙең башҡорт КВНынан сыҡты. Икенсе Бөрйән егете Илһам Ишкинин йәштәр араһында билдәлелек яулап өлгөргән МС, шулай уҡ КВНдан, тарих факультетын тамамлаған. Бына бит улар юғалып ҡалмаған, ә үҙҙәре-үҙҙәрен тапҡан.

- В. Масляковтың КВНынан күпме кадрҙар сыҡҡан. Тимәк, һеҙ ҙә ошо йүнәлештә эшләйһегеҙ инде?

- Телевидениела барыһы ла КВНсылар. Беҙҙең телевидение Мәскәүҙекенән 20 йылға артта ҡала, ә үҙ сиратында Мәскәү сит илдәрҙән артта. Бер 10 йыл элек “Юлдаш”ҡа барып, әйҙәгеҙ кис көнө КВНсылар юмористик шоу алып барһын, йәштәргә заманса музыкалар яңғыратырбыҙ, тип тә әйттем. Миңә шул саҡта, беҙ “Һәнәк” журналы түгел, тинеләр. Хәҙер “Юлдаш” радиоһын хаҡлы ялдағы оло йәштәгеләр генә тыңлай, ә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары башҡа.

- Һин депутат, артабан министр булып киттең, ти. Ә бөгөн власть органдары барлыҡ чиновниктар ҙа “Берҙәм Рәсәй” ҡуйған ҡаты талаптарға һәм Уставҡа таянып эшләй. Һине лә ошо кәртәләр эсенә ҡыуып керетһәләр, нимә эшләмәксеһең?

- Күмертауҙа тыуһам да, атай-әсәйем Өфөгә күсеп килгәс, мин баш ҡалала үҫтем. 90-сы йылдарҙа ауырыраҡ мөхит кеүек тойола ине, һуңынан етәкселәр алмашынып, райондарҙан яңы кадрҙар килгәс, бында ла яйлап үҙгәреш булды. Мин һәр саҡ шундай кешеләрҙе ихтирам иттем, улар система ҡуйған шарттарҙан ситләшмәй, әммә яйлап ҡына үҙ эштәрен башҡара. Һеҙ әйтмешләй, мотлаҡ шуны эшләйем, быны эшләйем, тип оран һалып йөрөргә кәрәкмәй. Мәҫәлән, берәй ағай министрлыҡҡа килде, ти, ә ниңә эргәһенә юғары квалификациялы йәш егеттәребеҙҙе эшкә алмаҫҡа һәм яйлап уларҙы күтәрмәҫкә? Шулайтып та бер-беребеҙгә ярҙам итеп була бит. Беҙҙә шул бер-беребеҙгә таяныс күрһәтеү, ярҙамлашыу етмәй. Ҡырғыҙстанға ла, Ҡаҙағстанға ла күп барҙыҡ. Беҙҙең улар менән ҙур айырма юҡ, менталитет шулай уҡ, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә бер үк. Ә беҙҙә һин Урал аръяғы, һин ҡыпсаҡ, диалект икенсе, ти башлайҙар. Беҙгә айырылмаҫҡа, ә берҙәм булырға кәрәк. Бына Мәскәүҙә студенттарыбыҙ ассоциацияһы бар. Улар менән беҙ ныҡ тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Силәбелә башҡорт йәштәре иттифағы бар, улар менән дә һәр саҡ берҙәм эшләйбеҙ. Йәштәр хәҙер бүленеүҙе хупламай. Беҙҙә элекке кеүек баймаҡтар, былар юрматылар тигән бүленеү юҡ. Был бигерәк тә Өфөлә ныҡ һиҙелә. Эшҡыуарҙар ҙа шулай уҡ бер-береһен белеп, бер-береһенә ярҙам итергә генә торалар. Был шулай булырға тейеш тә, бар нәмә лә баш ҡаланан башланырға тейеш. Хәҙер беҙҙең маҡсат - Башҡортостандың һәр ерендә лә берләшеүҙе ойоштороу кәрәк. Иң мөһиме - бер-беребеҙгә ярҙам итеү. Бәлки, беҙгә икенсе милләттәрҙән өйрәнер кәрәктер, мәҫәлән, әрмәндәрҙән. Күмертауҙы ғына алығыҙ, бер йылы бер-икәүһе йөрөһә, икенсе йылында шуларҙың эргәһендә унлап егет туплана. Улар ныҡ берҙәмдәр.

- Һин, бәлки, көйөргәҙеләрҙең проблемаһын бик белеп тә етмәйһеңдер?

- Депутат кеше үҙе йүгереп эшләп йөрөргә тейеш түгел. Мин халыҡ менән аралашам, ҡор йыям һәм булған проблемаларҙы закон кимәлендә хәл итәсәкбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат - халыҡҡа ярҙам итеү. Бер ниндәй ҙә бысраҡлыҡ, ялағайланыу юҡ. Мин күп өлкәлә эшләп өлгөрҙөм, күп нәмәне аңланым, тәжрибәм дә етерлек, тип уйлайым һәм халыҡҡа әйтер һүҙем бар. Беҙгә күберәк үткәнгә түгел, ә киләсәккә йүнәлеш тоторға кәрәк. Минең козерым - йәшлегем, энергиям һәм оптимислығым.

- Һеҙ бына Бөрйәндән, Салауаттан йәғни провинциянан, һин, Урал, Өфөгә күсеп киләрәк беләһең, хәҙер урбанизация көслө бит. Ауылдан бәләкәй булһа ла ҡалаға, ә унан ҙур ҡалаларға китеү, унда йәштәр өсөн мөмкинлектәр ҙә күберәк. Бәлки, төп баҫымды, иғтибарҙы ҡала башҡорттарына эшләргәлер? Ауылда йәштәр юҡ тиерлек.

- Ҡала башҡорттары ла тик торғандан килеп сыҡмай бит. Уның өсөн ҡалаға күсеп килер кәрәк. Гумилев Кавказ халҡы нишләп Мәскәүҙә үҙен үтә дорфа тота икәнен өйрәнгән. Баҡтиһәң, уларҙың традицион йәмғиәте ныҡ көслө. Шуға күрә Мәскәүҙә лә улар үҙҙәрен ауылындағы һымаҡ хис итә. Бер утыҙ-ҡырҡ кеше йыйыла ла, берҙәм ғаилә булып йәшәй, бер-береһенә ярҙам күрһәтә. Ә беҙҙә был яңы формалаша ғына. Башҡорт мәҙәниәтен Өфөгә 40-50 йәштә күсеп килгәндәр түгел, ә күбеһенсә баш ҡалабыҙҙағы башҡорт гимназияһын, лицейын бөткән йәштәр формалаштыра. Сөнки улар Өфөлә береккән, ҙур ҡалала йәшәүҙең ҡағиҙәләрен, үҙеңде унда нисек тоторға икәнлекте беләләр. Бына бит Күмертауҙа ла башҡорт йәштәре бик ҡалмай. Мәҫәлән, 3-сө БРГИны бөткән, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы булған Урал Килсенбаев хәҙер кире Күмертауға ҡайтмаясаҡ бит. Башҡалар ҙа шулай уҡ. Күмертауҙа йәштәргә переспектива юҡ, ә Өфөлә улар үҫә ала. Шулай уҡ беҙгә дәүләттән көтөп ултырырға етәр. Үҙебеҙгә тырышыр кәрәк. Шуға Өфөгә барыр кәрәк, унда йәштәргә мөмкинлектәр күп. Шунан демографияны яҡшыртыу өсөн һәр беребеҙгә кәмендә 3-әр бала табырға кәрәк. Бала тыуҙырып хәйерселәр арттырабыҙ, нимә ашатабыҙ, тип ултырырға ярамай. Исламда әйтмешләй, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Ата-әсәһе лә ярҙам итер, шулай үҫә ул бала. Элек олатай-өләсәйҙәребеҙ шулай үҫтергәндәр бит. Хәҙер йәшәүе ауыр, тиҙәр, ә 50 йылдар элек еңел булғанмы ни? Һуғыштан һуң да һәр ғаиләлә 8-9 бала булған, нисектер аяҡҡа баҫтырғандар. Ул саҡта шул хәтлем балалар тапмаһалар, әле бөтөнләй ҡурҡыныс хәл булыр ине. Икенсе балаға Әсәлек капиталы бирәләр, ризамын, күп түгел, әммә торлаҡ алғанда тәүге иғәнә өсөн етә. Аҙаҡ икенсеһен тапҡас, өсөнсөһөнә лә күп ҡалмай.

- Хәҙер халыҡ йыйылыштары башланды ти, һин тороп халыҡҡа нимә һөйләйәсәкһең, нимә вәғәҙәләйһең?

- Һәр ауылдың үҙ проблемаһы бар. Мин көйөргәҙеләргә сит кеше түгел, һәр йәйге каникулым ошо районда үтте. Яҡынса бар проблемаларҙы беләм. Мин ҡурҡмайым, минең юғалтырҙай нәмәм юҡ. Депутат булып һайланып, үҙ һүҙемде әйткем килә. Мәҫәлән,башҡорт теле республикабыҙҙа мотлаҡ уҡытылырға тейеш, тигән закон булһын өсөн, бар көсөмдө һаласаҡмын. Һәм, әлбиттә, халыҡҡа хеҙмәт итергә теләйем. Мәҫәлән, Көйөргәҙелә Таһир Имаковтың Ҡансыралағы стеллаһынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Ә ул - Башҡортостан дәүләтселегенең нигеҙ ташын һалған шәхес. Ҡансырала республикабыҙҙың 100 йыллығын билдәләгәндә музей эшләргә лә булыр ине.

- Урал Салауат улы, һиңә уңыштар теләйбеҙ. Бар маҡсаттарың да тормошҡа ашһын.



2018 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына депутаттар һайлауы үтәсәк. 47-се һанлы Ермолаево округына Көйөргәҙе, Федоровка райондары һәм өлөшләтә Мәләүез ҡалаһы менән Стәрлебаш райондары керә. Һайлауҙар бер мандатлы һәм партия исемлектәре буйынса үтәсәк.
Читайте нас: