Все новости

ҒҮМЕРҘЕ ОҘОНАЙТТЫЛАР

Билдәле булыуынса, шаярыуһыҙ, көлкөһөҙ беҙҙең тормошобоҙ мәғәнәһеҙ һәм күңелһеҙ булыр ине. Үткән кесаҙна тап ошоно иҫтә тотоп Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы кубогына “Шаяниум – 2018” башҡорт КВНы үтте.

Билдәле булыуынса, шаярыуһыҙ, көлкөһөҙ беҙҙең тормошобоҙ мәғәнәһеҙ һәм күңелһеҙ булыр ине. Үткән кесаҙна тап ошоно иҫтә тотоп Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы кубогына “Шаяниум – 2018” башҡорт КВНы үтте.

Шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының ойоштороусыһы Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты булһа, үткәреүсеһе 3-сө БРГИ ине.

Ҡаланың башҡорт йәштәре өсөн үткәрелгән “Шаяниум” Ғаилә, Ирекмәндәр йылына һәм Күмертауҙың 65 йыллыҡ юбилейына арналды. Бәйгелә ҡалабыҙҙың Республика политехник лицей-интернатынан “Ғаилә терәге”, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатынан “Хәттәр егеттәр” һәм Күмертау педагогия колледжынан “Мәрәкә” командалары көс һынашты. Өс кенә команда булһа ла, ғәләмәт шәп сығыш яһанылар, төрлө темаларға оҫта шаярта белеп, һең ҡатҡансы көлдөрөп бер булдылар.

Үткер шаяртыуҙарын егет-ҡыҙҙарыбыҙ “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, “Мин – башҡорт, мин башҡортса һөйләшәм”, “Ирекмән булыу модала” һәм “Ғаилә – ил күрке” темаларына бағышланған конурстар аша асып һалды. Әсе, мәғәнәле, көлкөлө шаяртыуҙар, күңелле миниатюралар менән үрелеп барған ярыштар теманың актуаллеге, артистизм, шаяртыуҙың яңылығы һәм сифаты, тамашасы һөйөүе, мәсьәләне оригиналь хәл итеү, режиссерлыҡ һәләте, дөйөм сәхнә мәҙәниәте критерийҙары буйынса баһаланды.

Жюри ағзалары булған ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов, шағир Тимер Ниәтшин, йәш натуралистар станцияһы директоры Гөлнара Әминева, 3-сө БРГИ уҡыусыһы Айнур Ҡәҙимов оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң ҡала башҡорттары ҡоролтайы кубогына һәм Гран-приға 3-сө БРГИ командаһын лайыҡ тип тапты.

Сара һуңында Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы “Шаяниум”да ҡатнашҡан командаларҙы әҙерләүсе РПЛИ тәрбиәсеһе Миңлегөл Әбдрәхимоваға, педагогия колледжы уҡытыусыһы Рима Арыҫлановаға, 3-сө БРГИ директоры урынбаҫары Земфира Усмановаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Бер һүҙ менән әйткәндә, уйын йәнле, күңелле, етеҙ барҙы. Уҡыусылар үткер шаяртыуҙарын, ҡыҙыҡлы сәхнәләштереүҙәрен, актерлыҡ оҫталығын юғары кимәлдә тамашасы иғтибарына еткерҙе. Афариндар һеҙ, егет-ҡыҙҙар, был донъяла көлөп йәшәргә кәрәклеген тағы бер ҡат күрһәттегеҙ, ғүмерҙе оҙонайттығыҙ.


Гран-при – 3-сө БРГИның “Хәттәр егеттәр” командаһы;

1-се урын – РПЛИның “Ғаилә терәге” командаһы;

2-се урын – педагогия колледжының “Мәрәкә” командаһы.

“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһы – Рената Яҡупова (3-сө БРГИ);

“Иң яҡшы ир-егет роле” – Таһир Дәүләтбаев (педагогия колледжы);

“Тамашасы һөйөүе” – Айнур Хөсәйенов (РПЛИ);

“Иң яҡшы шаяртыусылар” - “Мәрәкә” командаһы.


“Мәрәкә” командаһы шаяртыуҙары:

Күгәрсен яҡтары юлдарына иҫ китерлек, тыуған яҡтан киткән саҡта һүгенеп-һүгенеп һөйләрлек.


Сығып ҡасты һарайҙан һарығым, яҡынлашҡас Ҡорбан байрамы.


Иртән тороп ҡараһам,

янда ята бер шүрәле…

Клубта ҡараңғы ине.


Эй, һылыу ҡыҙ, торма ҡалтырап, егетең сығып киткәс, миңә шылтырат.


Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

- Башҡорт КВНы беҙҙең ҡалала быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде. Ҡайһы бер командалар “Шаяниум”да беренсе тапҡыр ғына сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, әҙәби башҡорт телендә уларҙың тәрән белемдәрен күрһәтә алыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Афарин, балалар! Еңеүсе команданың республика кимәлендә үтәсәк КВН Лигаһында еңеү яулап ҡайтырҙарына ихлас күңелдән ышанысыбыҙҙы белдерәм һәм уңыштар теләп ҡалам.

Ә инде йәштәребеҙҙе бергә туплаған сараны ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн”Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсинға, “Приора” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы директоры Ләлә Айтуғановаға, 3-сө БРГИ директоры Фәһим Боҫҡановҡа һәм командаларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә оло рәхмәтемде белдерәм.





Читайте нас: