Яңы Таймаҫ ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәгән Венер Ришат улы Сабанчин ошо көндәрҙә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Ул үҙенең оло шатлығы менән «Юшатыр» гәзите редакцияһы менән дә уртаҡлашты. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һәр ваҡыттағыса техник фәндәр кандидаты менән бәләкәй генә булһа ла әңгәмә ҡорорға ла өлгөрҙөк.
- Венер, мин һине бала сағыңдан алып беләм. Беҙҙең күҙ алдында үҫтең, юғары белем алдың, өйләндең. Ҡасандыр тиҙәктән яғыулыҡ эшләү, ҡояш батареялары ҡулланыу менән шөғөлләнгәнеңде беләбеҙ. Шулай уҡ «Селигер» йәштәр проекты форумында ла ҡатнашып ҡайттың.
- Эйе, мәктәптә уҡыған йылдарҙа ла, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында уҡығанда ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән фәнни эштәр менән шөғөлләндем. 2013 йылда «Селигер»ҙа грант алып ҡайттым. Юғары белем менән генә сикләнмәй аспирантураға уҡырға керҙем һәм параллель рәүештә эшләп тә йөрөнөм. Әлеге көндә ТЭЦ-та электр менән тәьмин итеү инженеры булып хеҙмәт итәм.
- Диссертация эшең ниндәй йүнәлештә?
- Керамик кирбесте үртәү процесын автоматлаштырыу буйынса диссертация яҡланым.
- Һин инженер-энергетик булып эшләп йөрөйһөң. Шул уҡ ваҡытта фән менән дә шөғөлләнергә өлгөрәһең. Эштән арып ҡайтып, китаптар менән ултырырға хәлең, ваҡытың ҡаламы?
- Эйе, кешегә ваҡыт һәр ваҡыт етмәй. Шулай ҙа теләк булһа, бар нәмәгә лә өлгөрөргә була. Диссертация яҙған ваҡытта күп уҡырға, яҙырға тура килде. Әле лә эше бөтмәгән уның. Документтарҙы Мәскәүгә әҙерләйем. Бына бөгөн дә таңғы сәғәт 6-ға тиклем ултырҙым да, 4 сәғәт тирәһе генә йоҡлап алғас, эштәр буйынса сығып киттем.
- Хәҙер бар ерҙә лә йәштәргә юл бирәйек, тиҙәр. Бына һин йәш белгес булараҡ, беҙҙә йәштәргә юл асыҡ, тип уйлайһыңмы?
- Был турала бик күп һөйләргә була, әлбиттә. Бында бер нисә фактор бар. Фән өсөн бөйөк эштәр башҡараһың һәм шул уҡ ваҡытта уның өсөн бик аҙ ғына түләйҙәр. Ғөмүмән әйткәндә, мәғариф, фән өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы бик аҙ. Шулай ҙа яратҡан эше менән шөғөлләнергә теләүселәргә һәр ваҡыт юлдар асыҡ.
- Эш хаҡы аҙ булыуҙан университетта уҡытыуҙы ташланыңмы?
- Эйе, ғаилә ҡорҙом, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ата-әсәйҙән айырым йәшәй башланыҡ, ғаиләне тәьмин итергә, фатир мәсьәләһен уйларға кәрәк булды. Ипотека түләргә лә кәрәк. Ә ябай уҡытыусының эш хаҡын үҙегеҙ беләһегеҙ.
- Яҡшы эшкә урынлашҡанһың...
- Шунда уҡ яҡшы, аҡсалы эш әҙерләп тороусы булманы, әлбиттә. Бер нисә тапҡыр ынтылып ҡарағас ҡына, ТЭЦ-ҡа слесарь булып урынлаша алдым. Ярты йыл эшләгәс, имтихан биреп, инженер булып киттем.
- Слесарҙең эш хаҡы күпме?
- Университетта уҡытҡан ябай уҡытыусының эш хаҡы менән генә сағыштырғанда ла, күпкә юғарыраҡ.
- Бер балалы йәш ғаилә башлығы булараҡ әйт әле, Күмертауҙа йәш ғаиләләр өсөн йәшәү уңайлымы?
- Кемгә бәләкәй ҡалала йәшәү оҡшай, шуларға уңайлы, тип уйлайым. Тыныс, машиналар ул тиклем күп түгел. Яратҡан эшең бар икән, лайыҡлы эш хаҡы түләйҙәр икән, Күмертауҙа ла рәхәтләнеп йәшәргә була.
- Һин төндәр йоҡламай, ғаиләңә, ҡыҙыңа ваҡыт бүлә алмай, диссертация эшен яҙҙың. Ҡатының, эштәге коллегаларың нимәгә ул һиңә кандидат булыу, тип әйтмәнеме?
-Юҡ, улай тип әйтеүсе булманы. Киреһенсә, ҡатыным Рита минең эшемде аңлап ҡабул итте, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торҙо. Ата-әсәйемдең дә ярҙамы ҙур булды. Уларҙың түҙемлегенә, ярҙамына тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтке килә.
- Һинең диссертация эшең автоматлаштырыуға ҡайтып ҡала. Цифр технологияһы, автоматлаштырыу, тип күп һөйләйҙәр хәҙер. Былай ҙа кешегә эш юҡ, бөтә нәмәне автоматлаштырып бөтһәк, кешегә бөтөнләй эш ҡалмаҫ...
- Демографияны ғына алһаҡ, йыл да кеше кәмей бара бит беҙҙең илдә. Башҡа илдәр әллә ҡасан автоматлашыуға күсеп бөттө. Беҙҙең ил технологиялар буйынса уларҙан 50 йылға ҡалыша.
- Бына һеҙ әле фатирға аҡса түләп тораһығыҙ. Ата-әсәй менән йәшәгәндә яҡшыраҡ булмаҫ инеме?
- Юҡ. Ғаилә ҡорғас та башҡа сыҡтыҡ. Нисек кенә ауырға тура килмәһен, һәр бер йәш ғаилә айырым торорға тейеш, тип уйлайым мин.
- Хәҙер бик күп чиновниктарҙың ниндәйҙер фән кандидаты тигән ҡағыҙы бар. Кандидатлыҡ нимә бирә һуң? Эш хаҡы артамы?
- Юғары уҡыу йортонда уҡытмаһаң, эш хаҡы бөтөнләй өҫтәлмәй. Йәмғиәттә ниндәйҙер статус бирә. Ғалимдарҙың өйрәнелгән эштәренең 3-5%-ы ғына практикала ҡулланыла. Барыһы ла финанс мәсьәләгә бәйле.
- Киләсәктә үҙеңде нисек күрәһең?
- Киләсәк тормошома пландарым, хыялдарым күп. Башлаған эшемде ташламаясаҡмын, фән менән шөғөлләнәсәкмен һәм белемемде практикала ҡулланырға тырышасаҡмын. Үҙ-үҙемде үҫтереү өҫтөндә артабан да эшләйәсәкмен. Балалар үҫтерәсәкмен. Ҡалғанын инде ваҡыт күрһәтер.