Все новости

ХӘРБИ ЮЛДЫ ЛА ҺАЙЛАРҙар

Үткән шаршамбы көндө Яңы Таймаҫ гимназияһы базаһында «Йәш спецназсы» хәрби-патриотик лагеры үҙ эшен башланы.

Үткән шаршамбы көндө Яңы Таймаҫ гимназияһы базаһында «Йәш спецназсы» хәрби-патриотик лагеры үҙ эшен башланы.

Йәш быуынды хәрби хеҙмәткә әҙерләү, наркотик, психотроп матдәләрҙе ҡулланыуҙы иҫкәртеү маҡсатында үткәрелгән лагерҙа имен булмаған, күп балалы ғаиләләрҙән һәм полицияла иҫәптә торған 35 бала тәрбиә мәктәбен үтәсәк. Тәртип хәс тә әрмеләге кеүек булған был лагерҙа райондың төрлө тарафтарынан йыйылған 10-17 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар сыныға.

“Йәш спецназсы”лар лагеры начальнигы Николай Варнавский бындай эштә күптән эшләй, районыбыҙҙың “Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто” начальнигы ла ул.

- Иртән торғас та балалар зарядка яһап, йүгереп киләләр. Иртәнән кискә тиклем күңелде күтәреп хәрби-патриотик йырҙар яңғырап тора, яҡшы ашаталар, йоҡо бүлмәләре лә матур. Темаға ярашлы кинолар ҡарайбыҙ. Бигерәк тә балалар төрлө спорт төрҙәрендә, эстафеталарҙа, илһөйәрлек хаҡындағы әңгәмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Быйыл былтырғыға ҡарағанда малайҙар күберәк. Һәр кемдең холҡо төрлөсә, ә көн тәртибе барыһына ла бер, шулай булғас, күнегергә лә кәрәк. Психолог, килеп, һөйләшеүҙәр үткәрә, мәшғүллек үҙәгенән дә булдылар. Былтырғы лагерь ваҡытында төшкән фотоларҙан презентация ҡараныҡ, барыһына ла ҡыҙыҡ тойолдо, сөнки үҙҙәрен былтырғы саҡтары менән сағыштырҙылар. Ғөмүмән әйткәндә, хәрби режим бик кәрәк ул. Бәлки, кемдер киләсәктә хәрби юлды ла һайлар.

Районда йәштәр эше буйынса комитеттың баш белгесе Виктория Кудинова ла лагерға йөрөүселәрҙең хәлдәрен һорашты. Йәштәрҙе әүҙемерәк булырға саҡырҙы һәм киләсәктә ошо спецназ лагерына йөрөү үҙ һөҙөмтәһен биреренә ышанысын белдерҙе.


Читайте нас: