Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, тырыш эшҡыуар райондаш егет-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. «Юшатыр» гәзите уларҙың уңыштары менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ Яҡшымбәт ауылы егете Нәғим Суюнов тураһында.
Нәғим Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алып, әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Мәктәп йылдарынан уҡ ул музыка мәктәбенең баян класында уҡый. Ҡурай, бейеү түңәрәктәрендә етди шөғөлләнгән Нәғим үҙе уҡыған университетта «Дәрүиш» бейеү ансамбленә лә ҙур теләк менән йөрөй. Ул ҡатнашҡан биш студенттан торған төркөм Таулы Алтай Дәүләт университетында төрки телдәр олимпиадаһында 1-се урынды яулап ҡайта. Башҡорт филология факультетында Нәғим куратор вазифаһын да башҡара. Егетебеҙ төрлө яҡлап һәләтен үҫтерергә ынтыла.
«5-се курс башында бизнес менән ҡыҙыҡһына башланым, шул темалағы төрлө китаптар, ҙур уңышҡа ирешкән кешеләрҙең биографияларын, блогын уҡып, бизнесҡа ынтыла башланым, - тип яҙа ул. - Бизнес-процестарҙы өйрәнер өсөн конкурент булған компанияларҙа, бер юлы 2 ерҙә, эшләп йөрөнөм. Һуңынан, күп инвесторҙар менән осрашып, бизнес-планың булғаны өсөн генә тиҙ арала аҡса табып булмағанын аңлап, ваҡытты бушҡа үткәрмәйем тип, октябргә тиклем ярты миллион һум эшләргә тип үҙемә маҡсат ҡуйып татлы мамыҡ (сахарная вата) менән сауҙа итергә булдым. Төрлө байрамдарға, тыуған көндәргә йөрөйөм, - ти Нәғим. - Ике ай элек ВКонтакте селтәрендә блог алып бара башланым, һәм көн дә мәҡәләләр формаһында маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн нимә эшләгәнемде яҙып барам. Минең блогымды ҡыҙыҡһынып күҙәткән дуҫтарыма рәхмәтемде белдергем килә. Блогты ҡеүәтләп, яҙғандарымды уҡып, уртаҡлашып торғандары, минең өсөн, әлбиттә, мөһим».