Районыбыҙҙа йыл да студенттарыбыҙ менән Йәштәр форумы тип аталған матур байрам үтә. Үткән кесаҙна һәм йома көндәрендә Молокан ауылы янында үткән был форумда ун ике ауыл советынан 194 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты.
Районыбыҙ йәштәрен бергә туплаған сараны район Советы секретары Әхәт Исламғолов асты. Ермолаево ауылы советы хакимиәте башлығы Роман Барановский ҙа йәштәрҙе байрам менән ҡотлап үтте.
Форумдың беренсе көнөндә йәштәр менән экологик акция үткәрелде. “Сәләмәт тормош алып барыу” темаһына арналған профилактик һөйләшеү ҙә урынлы булғандыр. Төрлө спорт уйындары майҙанда гөрләп торҙо. Кисен йәштәр ҙур усаҡ янында йырҙар йырлап ярышты, сара аҙаҡ дәртле дискотека менән дауам ителде.
Икенсе көндө форумға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, иҡтисад, финанс һәм инвестиция буйынса урынбаҫары Айрат Зөбәйеров, төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев, Район Советы секретаре Әхәт Исламғолов, хакимиәттең мәғлүмәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова, иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова һәм барлыҡ ауыл советы башлыҡтары килде.
Йәштәр район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Был сара ла хәҙер йолаға әйләнеп китте. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ район етәксеһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү ваҡытында үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуаптар алды, етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. Башлыҡҡа һорау биреүҙе “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов алып барҙы.
Михайловка йәштәрен спорт залына ремонт кәрәклеге борсоно. Башлыҡ был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә итте. Бер үк ваҡытта дәрес биргән кластарҙы ғына йылылыҡ менән тәьмин итеүҙәрен белдерҙе. Ә бына Зәк-Ишмәт йәштәре үҙҙәренең юлдарының ремонтланыуынан ҡәнәғәтлектәрен йәшермәне һәм, ошо мәсьәләне ыңғай хәл иткәндәре өсөн, Әхәт Йәүҙәт улына рәхмәттәрен дә әйтте. Был проблеманы Зәк-Ишмәт йәштәре былтыр ойошторолған сарала күтәреп сыҡҡайны.
Ермолаевола төҙөлгән бассейн, ундағы хоккей ҡумтаһы тураһында ла һорауҙар яңғыраны. Виталий исемле егетте Керәүле юлдары борсоно, юлдарҙы балсыҡ ташыған йөк машиналары бөтөрә, тине ул. Әхәт Йәүҙәт улы киләсәктә унда урау юл һалынасағы, ә Керәүле-Илюшкин ауыл советында йәшәүселәрҙең үпкәләргә урындары юҡлығы, бер йыл эсендә генә бында өс күпер һалыныуы хаҡында еткерҙе. Эштәр башҡарыла, тик аҙыраҡ сабырлыҡ кәрәк, тине башлыҡ. Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов та был мәсьәлә буйынса ентекле яуап ҡайтарҙы.
Форумда ҡатнашыусылар йәш белгестәргә ниндәй ярҙам күрһәтелеүе менән дә ҡыҙыҡһынды.
- Мин БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалын тамамлайым, уҡытыусы булып районға ҡайтһам, ниндәй ярҙам күрһәтеләсәк, - тине Наталия исемле ҡыҙ.
Был һорауға иҡтисад, финанс һәм инвестиция буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров яуап бирҙе.
– Районда пенсия йәшендәге уҡытыусылар байтаҡ, шуға беҙгә йәш белгестәр кәрәк, ғаилә ҡорһағыҙ, төрлө программаларҙа ҡатнаша алаһығыҙ, - тине ул.
Ермолаево юлдары насар, урамдары яҡтыртылмай, тигән һорауҙар ҙа яңғыраны тура бәйләнеш ваҡытында. Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский урамдарҙы яҡтыртыу режимын үҙгәртергә вәғәҙә бирҙе. Әхәт Ҡотлоәхмәтов юлдарҙы һәр саҡ ҡарарға тырышыуҙары, йыл да төрлө ерҙәргә асфальт һалып яңыртып тороуҙары, быйыл да яңыртылыуы, өҫтәмә рәүештә тротуарҙарҙы эшләү, Тимер Юл урамының юлын күтәртеүҙәре тураһында әйтте.
Башлыҡҡа Мәмбәтҡолға ҡасан тура юл өсөн күпер һалынасаҡ тигән дә һорау яңғыраны.
- Был дөрөҫ һорау, - тине район башлығы. - Беҙ күпер төҙөр өсөн 2015 йылда уҡ проект әҙерләгәйнек, тик әлегә шуны республика программаһына индереү йүнәлешендә эш алып барабыҙ. Мәмбәтҡол балаларының Мәләүез районында уҡыуы беҙҙе биҙәмәй. Уҡыусыларыбыҙҙы автобус менән унда йөрөтөп белем бирәбеҙ, Бөгөлсәндә уҡыһалар, яҡшы булыр ине.
Бахмутта телефон вышкаһын ҡуйыуҙы ла һоранылар. Бахмутта ғына түгел, ә райондағы өс ауыл советында телефон тотмауы, интернет булмауын әйтте башлыҡ. Шул маҡсат өсөн бүленгән ерҙәрҙең документтарын эшләп бөткәс, вышкаларҙың ҡуйыласағы хаҡында булды яуап.
Йәнле әңгәмә барышында Малик Ильясов йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән йәштәрҙең районға ҡайтыу-ҡайтмау проблемаһын күтәрҙе. Шулай уҡ ул, модератор булараҡ, шәхси эштәрен асырға теләүселәрҙе үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын һәм проблемаларын әйтеүҙәрен һораны.
Был йәһәттән Михайловкала икмәк бешереү цехы асырға теләүсегә һәм бизнес менән ҡыҙыҡһынған башҡа йәштәргә иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексееваның сығышы ҡыҙыҡлы булғандыр. Ул районда юл кафелары булмауы, төрлө саралар үткәреү өсөн дә кафелар асырға кәрәклекте әйтте.
- Һорауҙарығыҙ булһа, килегеҙ, һәр берегеҙгә айырым аңлатырбыҙ, - тине Ольга Васильевна.
Әхәт Йәүҙәт улы алдағы йылда буласаҡ йәштәр форумында түңәрәк өҫтәл үткәреүҙең формаһын үҙгәртергә кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе.
- Түңәрәк өҫтәл иртәнге сәғәттә ойошторола, шул сәбәпле күптәрҙең йоҡолары туймай шикелле, әүҙемлек һиҙелмәй, - тине шаяртып хакимиәт башлығы. - Һорауҙар күберәк бирегеҙ, гел көтөп кенә ултырмағыҙ. Каникул ваҡытында ауыл советы башлыҡтарына керегеҙ, хәлдәрен белешегеҙ, берәй ярҙам кәрәкһә, эшләшегеҙ. Беҙ бит мәңге түгелбеҙ, беҙҙең урынға лайыҡлы йәштәр кәрәк. Һеҙҙе районыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Бер нисә йылдан “Беҙ районды күтәрәбеҙ” тигән йәштәребеҙ булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Башлыҡтың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар ысынлап та, сөнки бөгөн ошо форумда ҡунаҡ булып ҡына ҡатнашҡан йәштәребеҙ ҡулында бит районыбыҙҙың киләсәк яҙмышы.
Шулай уҡ Әхәт Йәүҙәт улы үҙ ауыл советында матур сараны үткәреүе өсөн Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановскийға һәм байрамды ойоштороуҙа күп көс һалған район хакимиәтенең спорт, физик культура һәм туризм буйынса комитет етәксеһе Василий Копыловҡа, районда йәштәр эше буйынса комитеттың баш белгесе Виктория Кудиноваға ҙур рәхмәт әйтте.
Йәштәр форумы еңеүсе ауыл советтарын бүләкләү менән тамамланды. Төрлө күрһәткестәргә йомғаҡтар яһағандан һуң 1-се урынға Ермолаево ауыл советы сыҡты. Уларға бүләккә 15 мең һумға сертификат тапшырылды. 2-се һәм 3-сө урындарҙы Мораптал менән Таймаҫ ауыл советы йәштәре бүлеште. Уларға ла 10 мең һәм 7 мең һумлыҡ сертификаттар бирелде. Башҡа ауыл советы йәштәре лә район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Киләһе йылда Йәштәр форумы Мораптал ауылы советы яланында үтәсәк.
Ильзид БИКБАЕВ, Мораптал ауыл советы:
- Күңелем тыуған ауылыма ятты. Күмертауҙа иретеп йәбештереү һөнәренә уҡып сыҡҡас, Киров исемендәге хужалыҡҡа эшкә ҡайттым. Бер ҙә үкенмәйем, эш хаҡым да яҡшы. Әллә ҡайҙа ситтә аҙ ғына эш хаҡы алып эшләгәнсе, үҙ ауылымда рәхәтләнеп эшләйем, аҡсаһын да алам. Ә инде йәштәр форумына килгәндә ныҡ оҡшаны. Һәр ауыл советтары үҙҙәрендә лә айырым ошондай байрам үткәрһә ине, тигән теләк белдерәм. Шулай уҡ был сарала ауыл советтары буйынса арҡан тартышыу, көрәш, тоҡ менән һикереү кеүек уйындарҙы ла өҫтәһәләр, ҡыҙығыраҡ булыр ине, тип уйлайым. Ғөмүмән әйткәндә, бик күңелле үтте быйылғы йәштәр байрамы.
Азалия МӘЗИТОВА, БДПУ-ның 2 курс студенты (Таймаҫ ауыл советы):
- Ныҡ оҡшаны. Яңы танышыуҙар, дуҫлашыуҙар бик күңелле булды. Бигерәк тә, киске дискотека оҡшаны. Һуңға тиклем бөтә дәртебеҙҙе һалып бейенек. Тик һыу инергә берәй йылға булмауы ғына ҡыйыныраҡҡа тура килде. Сөнки йәштәр төрлө спорт уйындарында тирләп-бешеп ҡатнаша, ә аҙаҡ сайҡанып сығырға һыу юҡ.
Дөйөм ярыштарҙа ауыл советтары буйынса:
1-се урын – Ермолаево ауыл советы;
2-се урын – Мораптал ауыл советы;
3-сө урын – Таймаҫ ауыл советы.
1-се урын – Ермолаево ауыл советы;
2-се урын – Яҡшымбәт ауыл советы;
3-сө урын – Бахмут ауыл советы.
1-се урын – Мораптал ауыл советы;
2-се урын – Ленин ауыл советы;
3-сө урын – Ермолаево ауыл советы.
1-се урын – Таймаҫ ауыл советы;
2-се урын – Отрада ауыл советы ;
3-сө урын – Свобода ауыл советы.
1-се урын – Мораптал ауыл советы;
2-се урын – Ермолаево ауыл советы;
3-сө урын – Шәбағыш ауыл советы.