Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
14 Августа 2018, 11:00

«ҠЫТАЙҘЫ ҺАЙЛАР ИНЕМ»

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт филология факультетында уҡыған яҡташыбыҙ Айнур Айҙаров бер йылға яҡын Ҡытайҙа уҡып ҡайтты. Беҙ «Юшатыр»ға тәьҫораттары менән бүлешергә килгән йәш егет менән әңгәмә ҡорорға ла өлгөрҙөк.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт филология факультетында уҡыған яҡташыбыҙ Айнур Айҙаров бер йылға яҡын Ҡытайҙа уҡып ҡайтты. Беҙ «Юшатыр»ға тәьҫораттары менән бүлешергә килгән йәш егет менән әңгәмә ҡорорға ла өлгөрҙөк.


- Айнур, беҙ һинең турала бөтөнләй тиерлек белмәйбеҙ. Үҙең менән таныштырып кит әле.

- 9-сы класҡа тиклем тыуған ауылым Көйөргәҙелә уҡып, Яҡшымбәттә урта белем алғас, 2014 йылда БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Әле шунда уҡып йөрөйөм.

- Үҙең дә белеп тораһыңдыр, беҙҙә хәҙер телгә ҡарата иғтибар кәмене, туған телгә бәйле проблемалар ҙа ҡырҡыулашты. Ғәҙәттә, хәҙерге йәштәр аҡсалы эш булһын, тип медицина, нефть тирәһен һайлай, ә һин башҡорт филологияһын һайлағанһың...

- Мин бала саҡтан нәҡ шунда ғына уҡырға барырға хыялландым. Миңә гуманитар фәндәр нығыраҡ оҡшаны, фәнни конференцияларҙа ҡатнаштым. Төрлө телдәр өйрәнеү ҡыҙыҡ миңә. Ата-әсәйем, бәлки, юридик факультетҡа, нефтянойға йә физика буйынса барырһың тиһәләр ҙә, мин бары тик ошо башҡорт филологияһын һайланым.

- Мөмкинлек булһа, тормошоғоҙҙа нимәне үҙгәртер инегеҙ, иң үкенгән әйберегеҙ нимә, тип пенсия йәшендәге кешеләрҙән һорау алғандар. Уларҙың бик күптәренең: «Мин яратҡан эшемдә эшләр инем», - тигәне мине ныҡ аптыратҡайны. Йәнең теләгән эштә эшләү - ул ярты бәхет кенә түгел, күберәктер ҙә. Яратмаған эшкә үҙеңде көсләп йөрөтөү нервыларҙы ла, һаулыҡты ла ҡаҡшата. Шул йәһәттән һин дөрөҫ һайлау эшләгәнһеңдер.

- Эйе, мин һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, мин уҡыу йортон һайлаған саҡта, тик үҙемдең күңелемде, йөрәгемде тыңланым.

- Артабан һин башҡорт теле уҡытыусыһы булып сығаһың. Телгә ҡарата шундай ҡараш булған ваҡытта, һиңә эш булырмы икән?

- Башҡорт теле һәм тарих уҡытыусыһы буласаҡмын, әммә мин был белемем менән генә сикләнмәйәсәкмен, артабан телдәр өйрәнәсәкмен, аспирантураға керәсәкмен. Университетты бөтөп, Ҡытайҙа магистратураға инеү хыялы менән йәшәйем. Ҡытайҙа инглиз теленә иғтибар ҙур. Мин унда ҡытай теле менән бер рәттән инглиз теле буйынса ла практика үттем.

- Башҡорт телен уҡытыу методикаһын алһаҡ, балалар 11 йыл мәктәптә телде өйрәнә, әммә һөйләшә белмәй. Мәктәптә һөйләшергә, аралашырға өйрәтмәйҙәр, ә күбеһенсә грамматикаға өҫтөнлөк бирәләр.

- Эйе, уҡытыу методикаһын үҙгәртеү кәрәк. Был турала мин дә уйланғаным бар. Күберәк грамоталы, йәнле һөйләү теленә өйрәтеү, китапҡа һөйөү тәрбиәләү күпкә отошлораҡ буласаҡ.

- Дәреслектәр яҙған кеше бөтөнләй практиканы белмәй. Уларҙың методикаһы менән рус балаһын башҡорт теленә бер ҡасан да өйрәтеп булмай. Йәштәр килһә, киләсәктә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булмаҫмы икән?

- Үҙгәрештәр булыр, тип ышанайыҡ.

- Айнур, һин Ҡытайға ниндәй программа буйынса барып ҡайттың?

- Студенттар менән алмашыу программаһы буйынса ҡытайҙар беҙгә килде, беҙ Ҡытайға барҙыҡ. Республиканан барлығы 15, ә Стәрлетамаҡтан 5 студентҡа квота бирелгәйне.

- Ниндәй ҡалала булдығыҙ?

- Шэньян ҡалаһында булдыҡ. Ул элекке Порт-Артур ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан.

- Ҡытайҙа һине аптыратҡан нәмәләр булдымы?

- Аптыратҡан нәмәләр күп булды, әлбиттә. Унда бөтә нәмә лә икенсе төрлө. Барып төшкәс тә, халыҡтың менталитеты икенсе икәне күҙгә ташланды. Халыҡ ныҡ асыҡ, һәр ваҡыт ярҙам итергә генә тора. Беҙ унда сентябрҙән алып июлгә тиклем булдыҡ. Шул осорҙа ҡытайҙарҙың изгелектәрен күп күрҙек. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре лә унда бигерәк үҙенсәлекле. Шулай уҡ водителдәрҙең үҙҙәренең генә ҡағыҙға яҙылмаған закондары ла йәшәп килә. Кешеләр күберәк велосипедта һәм мопедта йөрөй. Урамда кеше ныҡ күп. Велосипед, мопедтар бәреп китмәһен тип, һәр ваҡыт артыңа әйләнеп ҡарап ҡына йөрөргә тура килә, иғтибарлыҡ талап ителә.

- Уҡыу бушлай инеме? Хаҡтар нисек унда? Йәшәү кимәленә иғтибар иттеңме?

- Юлға, ашауға үҙебеҙ түләнек. Уҡыу бушлай булды. Хаҡтар беҙҙекенән әҙ генә ҡыйбатыраҡ. Йәшәү кимәле ныҡ юғары.

- Ә ул кимәл нимәлә күренә һуң?

- Кешеләрҙең кейенгәненән, нимә һатып алғанынан, нимә ашағанынан күреп була. Унда һәр кешелә тиерлек 10-сы айфондар.

- Айфондар арзандыр Ҡытайҙа?

- Юҡ, арзан түгел, хаҡтары беҙҙәге кеүек.

-Эш хаҡтары хаҡында ла белешкәнһеңдер?

- Эш хаҡтары ныҡ юғары. Уҡытыусы унда беҙҙең аҡса менән 200 мең һум тирәһе ала.

- Ҡытайҙа, белеүемсә, иң ярлыһы крәҫтиәндәр.

- Эйе, унда халыҡ ике төргә бүленә - ныҡ ярлы һәм ныҡ бай. Уртаса хәлле кешеләр юҡ.

- Эскән кешеләр күренәме?

- Юҡ, күренмәй ундайҙар. Насар ғына кейенгән ярлылар осрай, әммә эскеселәр осрағаны булманы. Унда кеше тик 2,5 процентлы һыра ғына эсә.

- Йыл буйына ниндәй фәндәрҙе өйрәндегеҙ?

- Телде өйрәндек. Ҡытай теленең грамматикаһына, орфографияһына, һүҙҙәрҙең әйтелешенә ҙур иғтибар йүнәлтелде.

- Ҡытай телен өйрәнеү ҡыйын түгелме?

- Тәүҙә ҡыйын ине. Аҙаҡ аңлап, өйрәнә башлағас, бик үк ҡыйынға тура килмәне.

- Ҡытайҙы беҙ бөйөк ил, уның халҡы күп нәмәгә ирешкән, тип беләбеҙ. Һинеңсә, беҙ уларҙан ниндәй өлгө ала алабыҙ?

- Ҡытайҙар ныҡ тырыштар. Улар алдына маҡсат ҡуйһалар, тик шул маҡсатҡа табан баралар һәм шуға ирешәләр.

- Власҡа ҡарата ҡараштарына иғтибар итмәнеңме?

- Власты ныҡ ихтирам итәләр. Си Цзиньпинды яраталар.

- Си Цзиньпин үҙе түбәндән күтәрелгән кеше бит.

- Эйе. Иң беренсе урында, әлбиттә, Мао Цзэдун тора, унан ҡала Си Цзиньпин килә. Власты тәнҡитләмәйҙәр, ярамай ҙа.

- Мао Цзэдундың һәйкәлдәрен күрҙеңме? Ленин бабайҙыҡы юҡмы?

- Мао Цзэдундыҡын һәйкәлдәрен күрҙем, Лениндыҡы күренмәне. Ленинды, Сталинды беләләр унда. Путинды яраталар. Рәсәй кешеләрен күрһәләр: «Путин, хорошо», - тиҙәр. Шул ике һүҙҙе барыһы ла белә. Рәсәйгә ҡарата ҡараштары йылы. Рәсәй кешеләрен яраталар.

- Һеҙҙең менән башҡа сит ил кешеләре лә булдымы?

- Корея, Пакистан, Африка, Германия, Франциянан күп булдылар.

- Хәҙер Күмертауҙың да ҡайһы бер мәктәптәрендә ҡытай телен өйрәнергә тигән идея йөрөй. Әле генә ҡытайҙар килеп китте ҡалаға яңы завод асыу теләге менән. Шуға күрә ҡытай телен белгән кешегә беҙҙә киләсәктә перспектива бар тиергә була. Һинең был программаға эләгеүең нисек килеп сыҡты?

- Мин университетта бик әүҙем булдым, «Дәрүиш» бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, конференцияларҙа ҡатнаштым. Конкурс аша еңеп сығып, Ҡытайҙа уҡып ҡайтыу бәхетенә эйә булдым.

- Башҡорттарҙы беләләрме унда? Һин үҙеңде рус тип таныштырҙыңмы? Башҡорттар осраманымы?

- Юҡ, башҡорттарҙы белмәйҙәр. Тәүҙә рус тип әйтергә тура килде, әммә аҙаҡ Рәсәйҙә рустар ғына түгел, башҡа милләт халыҡтары ла йәшәүен аңлаттыҡ. Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйләнек. Башҡорттарҙы күрмәнем унда, тик беҙҙең кеүегерәк һөйләшкән уйғырҙар осрай.

- Милли мәсьәлә һиҙелмәнеме?

- Юҡ, һиҙелмәй былай. Уйғырҙарҙы ғына әҙерәк ҡыҫалар. Уларға һәм шулай уҡ унда йәшәгән ҡаҙаҡтарға йәшәүе ҡыйыныраҡҡа тура килә.

- Аш-һыуға килгәндә, һеҙҙе нисек ашаттылар?

- Ҡытай аш-һыуын ашаныҡ таяҡтар менән. Өйрәндек инде. Күбеһенсә дөгө, аш-һыуҙары ныҡ әсе һәм боросло. Шулай уҡ балыҡ, кальмар, креветкалар һәм сәй. Һәр бер ҡытай үҙе менән термоста сәй йөрөтә.

- Неологизмға килгәндә, латин теле ҡулланыламы унда ла?

- Юҡ. Унда ҡытай теле бөтә тигән проблема бөтөнләй юҡ. Нимә генә уйлап сығарһалар ҙа, шуға ҡытайса исем уйлайҙар.

- Ҡыҙҙары нисек? Оҡшанымы?

- Ғөмүмән ҡыҙҙар унда үҙҙәрен ныҡ ҡарайҙар, тәрбиәләйҙәр. Үҙҙәренең сәләмәтлеге өҫтөндә ныҡ эшләйҙәр, йүгерәләр, эсмәйҙәр, тартмайҙар.

- Бала табыуға килгәндә, уларҙа тыйыу бар бит әле.

- Хәҙер ике бала табырға ярай.

- Америкала йәшәп ҡайтҡан бер таныш Башҡортостанға ҡайтып, бер аҙна йәшәгәс, ҡасан кире ҡайтам инде, ти. Бына Башҡортостанға ҡайтып төшкәс, һинең ниндәйҙер кире ҡараш булманымы?

- Шундайыраҡ тойғо кисерергә тура килде, сөнки Новосибирскиға килеп төшкәс тә, кафела иҫерек бабай араҡы тотоп ултыра ине. Ирекһеҙҙән: «Бына һиңә Рәсәй», - тип уйлап ҡуйҙым.

- Шулай ҙа, һинеңсә, иң тәүҙә нимәне үҙгәртергә кәрәк беҙгә, менталитеттымы?

- Эйе, менталитетты. Әҙерәк асығыраҡ булырға кәрәк беҙгә.

- Һинең алдыңда Башҡортостан йәки Ҡытай тигән һайлау торһа, ҡайһыһын һайларһың?

- Әлбиттә Ҡытайҙы һайлар инем.

- Ҡытай ҡыҙын кәләш итеп алыр инеңме?

- Юҡ, алмаҫ инем.

- Ниңә?

- Сөнки мине ата-әсәйем шулай тәрбиәләгән. Кәләшем тик башҡорт булырға тейеш. Сит илдә йәшәһәң дә, үҙебеҙҙең башҡорт балаларын тәрбиәләргә була.

- Бензин хаҡы күпме унда?

- Бензин ҡыйбат. Беҙҙең аҡса менән 70 һум тирәһе.

- Ҡытайҙа быйыл биш тапҡыр бензин хаҡы төштө, ә беҙҙә нисә тапҡыр артты?

- Эйе, үҙем дә ныҡ аптыраным. Мин киткәндә 36 һум тирәһе ине, ҡайтыуыма 40 һумдан артҡан.

- Йәштәргә килгәндә, әле яңыраҡ бер апай менән һөйләшкәндә, ул: «Әүҙем йәштәр Күмертауҙа ҡалмай», - тигәйне. Ысынлап та, ҡулынан килгән йәштәребеҙ Өфөгә, Мәскәүгә һәм сит илдәргә сығып китә. Башҡортостандан 110 мең, ә Татарстандан 20 мең кеше вахта менән эшләй. Уйланырға урын бар...

- Эйе, беҙҙә эш юҡ әлегә. Йәштәргә аҡса күп кәрәк, шуға китә. Шулай уҡ йәштәрҙе эшкә алып та бармайҙар бит. Ҡайҙа барһалар ҙа, стаж һорайҙар. Бер ҡайҙа эшкә алмағас, ул стаж ҡайҙан булһын. Элек уҡыу йортон бөткән белгестәрҙе юллама буйынса эшкә ебәргәндәр. Бәлки, шуны яңынан тергеҙергә кәрәктер. Шулай ҙа, киләсәктә Күмертауҙа яңы эш урындары булыр, әүҙем йәштәр ҙә күпләп бында ҡала башлар, тип

уйлайым.

- Сит илдә лә булып ҡайтҡанһың, бәлки, сағыштырыр нәмәләрең, бөгөнгө йәштәргә әйтер һүҙҙәрең, кәңәштәрең дә барҙыр?

- Мине беҙҙең башҡорт йәштәренең эсеү тигән алама ғәҙәттән яйлап ҡына булһа ла арына барыуы ҡыуандыра. Шулай уҡ тәмәке тартыусылар ҙа әҙләп кәмей. Киләсәктә тағы ла күберәк әүҙем йәштәребеҙ үҫеп сыҡһын, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, тыуған Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтен, башҡорт телен онотмай йәшәргә кәрәк, тип әйтер инем. Ҡытайҙа танышлыҡ ярҙамы көслө. Кеше үҙенең йәшәү дәүерендә үҙенә күпмелер таныш туплай һәм шул таныштар уға һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Таныштар араһында яҡшы бәйләнеш бар унда. Кешеләр һәр саҡ башҡалар менән танышырға тырыша. Хатта, ресторанда ултырғанда ла, икенсе өҫтәл артында ултырғандар менән танышып, һөйләшеп китә. Ҡытайҙар бер ҡасан да проблеманан ҡасмайҙар, урап үтмәйҙәр, еңел генә хәл итә беләләр. Уларҙың бай кешеләре лә ныҡ ябайҙар. Ҡытайҙарҙа власть кешеһе алдында ла ярамһаҡланыу тигән нәмә юҡ.

- Айнур, мин һинең өсөн ныҡ ҡыуанам. Халҡыбыҙҙың лайыҡлы, файҙа килтерерҙәй кешеһе булып үҫешеп етеүеңде теләйем. Шул ҡытайҙар кеүек бер-береңә ярҙам итеү тигән нәмәне лә онотмаҫһың, тип уйлайым. Уңыштар, һиңә!

- Һеҙҙең үҙегеҙгә ҙур рәхмәт.
Читайте нас: