Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә кадет хәрәкәте ҙур үҫеш алды. Мәктәптәрҙә кадет кластары асыу балаларҙы кескәйҙән үк илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
19 октябрҙә Аҡһары төп дөйөм белем биреү мәктәбендә лә кадет класы асылды. 2–се класс уҡыусылары үҙ ғүмерендә тәүге антын – кадет антын ҡабул иттеләр.
Тантанаға Көйөргәҙе районы муниципаль районының мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Елена Кирюшина, методика-мәғлүмәт үҙәге мөдире Ләйсән Аҙнабаева, Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасаһы Рәғиҙә Нафиҡова, Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбе директоры Гөлкәй Шәмсетдинова һәм ата-әсәләр килде.
Изге эште башлап йөрөүсе Аҡһары мәктәбе директоры Рида Ибәт ҡыҙы Искәндәрова үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимоваға, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Тукаевҡа, ата-әсәләргә рәхмәтен белдерҙе.
Саранан КҮмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуса Эрнест Кәбиров та ситтә ҡалманы. Байрамға килгән “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы рәйесе Муаед Мамбетов һәм Эске эштәр минсистрлығы ветераны Морат Асанов балаларға изге теләктәрен еткерҙе.
Рәғиҙә Карамат ҡыҙы балаларға бүләктәр, ә мәктәп директоры Рида Ибәт ҡыҙына һәм уҡытыусыбыҙ Марат Булат улы Сәлиҡбаевҡа Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Елена Петровна ла балаларҙы ҡотлап: “Мәктәп, райондың ғына түгел, илебеҙҙең ғорурлығы булып үҫегеҙ” – тине.