Беҙ класыбыҙ менән төрлө матур байрамдар үткәрергә яратабыҙ. Күптән түгел генә ҡырға сығып, күңелле итеп «Ҡарбуз байрамы» ойошторғайныҡ, ә яңыраҡ, көҙгө каникул башланыр алдынан уҡытыусыбыҙ Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаева һәм ата-әсәләр менән бергә «Көҙгө бал» байрамы үткәрҙек. Был байрамыбыҙҙы беҙ тәүге тапҡыр үҙебеҙ әҙерләнеп үткәрҙек. Сараны алып барыусылар — Ғәлиә Мәрҙәмшина, Алһыу Арыҫланбәкова һәм мин алдан уҡ уҡыусыларға төрлө уйындар әҙерләгәйнек. Һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүселәргә, конкурстарҙа еңеүселәргә бүләктәребеҙ ҙә бар ине. Класташтарым һәр уйында бик әүҙем ҡатнаштылар, кем уҙарҙан ҡулдарын күтәреп, яуап бирергә ашҡынып ҡына торҙолар.
Шулай уҡ был көндө беҙ йәйге каникул мәлендә тыуған көндәрен билдәләгән уҡыусыларыбыҙҙы тыуған көндәре менән ҡотланыҡ, бүләктәр тапшырҙыҡ. Ә улар ата-әсәйҙәре менән бергә матур табын әҙерләп, беҙҙе һыйланылар. Был байрамыбыҙ ҙа күңелле үтте, барыһына ла оҡшаны. Уҡыусылар шатланып-көлөп, ҡыуанышып таралышты. Ә икенсе көнөнә ата-әсәйҙәребеҙ күмәкләшеп, мәктәп алдындағы сәскә түтәлен тәртипкә килтереп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйҙылар. Шулай итеп, беҙ, бергә булғас, уҡырға ла, уйнарға ла, эшләргә лә өлгөрәбеҙ.