Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
11 Декабря 2018, 13:32

ҺӘР КЕМ ҮҘЕНСӘ ХАҠЛЫ...

Үткән шәмбе Күмертау ҡалаһы — «Өйҙә уҡыйбыҙ» тип аталған күсмә профориентация сараһы майҙансығына әйләнде.

Үткән шәмбе Күмертау ҡалаһы — «Өйҙә уҡыйбыҙ» тип аталған күсмә профориентация сараһы майҙансығына әйләнде.


Был көндө үткән барлыҡ сараларҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова ҡатнашты. Шулай уҡ Күмертауҙа тәүге тапҡыр бер юлы Башҡортостандың иң мәртәбәле юғары уҡыу йорттары ректорҙары, проректорҙары йыйылды. Бында БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин, БР Мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин, БР ректорҙары советы рәйесе, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин, Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен райондарының хакимиәт башлыҡтары килде.

Түңәрәк өҫтәл артында улар маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыу практикаһы, профориентация эше һәм кадрҙар ҡытлығы мәсьәләләре хаҡында әңгәмәләште. Һәр райондың һәм ҡаланың хакимиәт башлыҡтары үҙҙәренең студенттары буйынса отчет тотто. Бында әйтелгән иң ҙур проблемаларҙың береһе булып йәштәрҙең Башҡортостан вуздарын һайламауҙары торҙо. Бер йылда 15 меңләп йәш кеше республиканан ситкә сығып китә. Ошо һорауға яуап эҙләп маташтылар улар был сарала. Әммә һәр кем үҙенең хаҡлы булыуын иҫбат итергә ынтылды. Хакимиәт башлыҡтары: «Беҙгә Ырымбур яҡын. Ундағы уҡыу йорттарына кереү ҙә күпкә еңелерәк. Шуға күрә беҙҙекеләр шул тарафтарға күпләп китә. Республиканың юғары уҡыу йорттарын коммерция ойошмаһына әйләндереп бөттөгөҙ. Күберәк сит ил студенттарын алаһығыҙ, улар аҡса күп түләй. Студенттар уҡып бөткәс тә, уларҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмайһығыҙ. Эш тапҡанмы улар, ҡайҙа йөрөйҙәр, былары һеҙгә ҡыҙыҡ түгел. Йәштәр ауылға нисек ҡайтһындар инде? Эш урындары юҡ бит ауылда, булғанында ла эш хаҡы аҙ», - тине. Башҡортостан вуздары етәкселәре үҙ сиратында: «Беҙҙә белем биреү кимәле күпкә яҡшыраҡ. Шуға уҡырға кереү өсөн дә шарттар ҡатыраҡ», - тигән аңлатма бирҙеләр.

Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, Ленара Иванова: «Бөгөн эш биреүселәр үҙҙәре белем биреү процесында ҡатнашырға тейеш. Республикала кадрҙарға ҡытлыҡты прогнозлаштырыу системаһын яйға һалыр кәрәк», - тип билдәләне. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ҙа бөгөн профориентация эше системаһын яңыртыу кәрәклеге хаҡында берҙәм фекергә килде. Был эште балалар урта кластарҙа уҡыған осорҙа уҡ башларға тейешлебеҙ. 5-се кластан уҡ балаға буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлаһын өсөн йүнәлеш биреү зарур. Был эштә уларға ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары ярҙам итергә бурыслы.

Һөйләшеүҙәрҙән һуң Күмертау ҡалаһы хакимиәте һәм ҡаланың «Эшҡыуарҙар союзы» йәмәғәт ойошмаһы, БР вуздары ректорҙары советы хеҙмәттәшлек Килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ Күмертау ҡалаһы хакимиәте, БДМУ һәм Күмертау ҡала дауаханаһы араһында ла Килешеү төҙөлдө.

Был көндө ойошторолған ата-әсәләр йыйылышында һәр бер ата-әсә ВУЗ ректорҙары менән туранан-тура әңгәмәләшергә, үҙҙәрен борсоған һорауын биреү мөмкинлеге алды. Шулай уҡ Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен райондарының сығарылыш класс уҡыусылары ла был эштә ҡатнашты. Балалар ижады үҙәгендә ойошторолған сараларҙа 500-ләп сығарылыш класс уҡыусыһы ҡатнашты.

Почетлы ҡунаҡтар «Квантолаб» балалар технопаркын да ҡарап сыҡты. Шулай уҡ Ленара Иванова балалар поликлиникаһын, балалар дауаханаһын һәм перинаталь үҙәкте байҡап сыҡты, табиптар һәм дауаланыусылар менән әңгәмәләште.
Читайте нас: