Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
14 Декабря 2018, 13:54

КАДЕТ САФТАРЫ ТУЛЫЛАНДЫ

Ошо көндәрҙә 5-се мәктәптең 1-се класс уҡыусыларын тантаналы рәүештә кадет сафтарына алдыҡ. Уҡыу йортобоҙға тәүге кадеттарҙы алғанға 5 йыл да үтеп киткән.

Ошо көндәрҙә 5-се мәктәптең 1-се класс уҡыусыларын тантаналы рәүештә кадет сафтарына алдыҡ. Уҡыу йортобоҙға тәүге кадеттарҙы алғанға 5 йыл да үтеп киткән.


Беҙҙең мәктәптең кадет кластары башҡорт телен тәрән өйрәнеүе хаҡында ла билдәләп үтке килә. Был алым балаларға туған теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә, башҡорт халҡының традицияларына һәм йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.

Тантаналы байрамда ҡунаҡтар күп булды. «Гефест» хәрби-патриотик клубы етәксеһе А.В. Лапшин уҡыусыларға үҙенең яҡшы теләктәрен әйтте һәм төрлө ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәгән, иң әүҙемдәргә Почет грамоталары тапшырҙы. Мәктәп директоры О.А. Оспищева ла ҡотлап үткәс, кадет хәрәкәтен үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтеүсе әүҙем ата-әсәләрҙе Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Сара һуңында кадет хоры, башҡорт хоры һәм башҡалар сағыу тамаша менән ҡыуандырҙы. Грек-рим көрәше спортсыларының сығышы ла барыһына оҡшаны.
Читайте нас: