Гәзиттең үткән һанында ғына йәштәрҙең тыуған яҡҡа ҡайтмауына ҡағылышлы Күмертауҙа семинар булыуы хаҡында яҙғайныҡ. Ошо саранан һуң, күп тә үтмәй, ҡала хакимиәте дауахана етәкселеге менән бергә Өфөгә, Башҡорт дәүләт медицина университетына барып, буласаҡ табиптарҙы Күмертауға ҡайтырға тәҡдим иттеләр.
Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев Күмертауҙың һуңғы йылдарҙа нисек итеп яҡшы яҡҡа үҙгәреүе, артабан тағы ла яҡшыраҡ буласағы, бындағы социаль гарантиялар, йәш белгестәргә торлаҡ бирелеүе хаҡында һөйләне. Күмертау дауаханаһының баш табибы Олег Астахов дауахана һәм бында ниндәй белгестәр етешмәүе хаҡында бәйән итте. Улар икәүләшеп, студенттарға, уҡып бөткәс тә, үҙҙәренең йәнтөйәктәренә ҡайтырға өндәнеләр. Медицина университеты ректоры ла утҡа кәрәсин өҫтәне: әле врачтарға ҡытлыҡ, йәш табиптар үҙҙәре дауахананы һайлап ала, тик оҙаҡламай барыһы ла киреһенсә буласаҡ, дауаханалар үҙҙәре врачтарҙы һайлаясаҡ, яҡшы саҡта ҡайтығыҙ ҙа, эшкә урынлашып ҡалығыҙ, тине.
Ошолай итеп ныҡ өгөтләгәс, БДМУ-ны тамамлаған йәш белгестәр тиҙҙән ҡалаға күпләп ҡайта башлар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.