Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
21 Декабря 2018, 13:02

ОСРАШТЫЛАР, ҺӨЙЛӘШТЕЛӘР...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең сығышында етәкселәргә йәш табиптарҙы ауылға ҡайтарыр өсөн барыһын да эшләгеҙ, тигәйне. Ошо маҡсат менән 19 декабрҙә Башҡорт дәүләт медицина университетында 11 райондың студенттары менән осрашыу уҙғарылды. Был осрашыуға беҙҙекеләр ҙә барҙы.

Буласаҡ табиптар менән район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова һәм Күмертау дауаханаһының баш табибы Олег Астахов осрашты. Улар барыһы ла студенттарға уҡыуҙы тамамлағас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Райондың ҡаҙаныштарын, йәш табиптар өсөн ниндәй программалар эшләүе, ниндәйерәк ярҙам буласағы хаҡында тәфсирләп һөйләп бирҙеләр. Студенттар ҙа әүҙем булды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, тулы яуап алыуға иреште. «Йәштәрҙең әүҙем булыуы, бик күп һорауҙар яуҙырыуы һәм киләсәктә ошо үҙҙәре тыуған Көйөргәҙе еренә ярҙам итәсәктәре хаҡында вәғәҙә биреүҙәрен ишетеүе бигерәк тә күңелгә ятты. Беҙҙең егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең вәғәҙәләрен үтәренә ышанам мин, ә беҙ уларға бөтә яҡтан да ярҙам итергә әҙербеҙ», - ти Әхәт Йәүҙәт улы был осрашыу хаҡында.
Читайте нас: