Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
1 Февраля 2019, 14:30

ҠАЙТЫҒЫҘ

Шаршамбы көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда “Республикам тарихында районым тарихы” тип исемләнгән йәштәр форумы үтте.

Шаршамбы көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда “Республикам тарихында районым тарихы” тип исемләнгән йәштәр форумы үтте.


Осрашыуға 150-нән артыҡ студент йыйылғайны. Уларҙың һәр береһенә 500-әр һум аҡса таратылды. Сараны асып район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов килгән егет-ҡыҙҙарҙы сәләмләне.

- Барығыҙҙы ла йәштәр форумында күреүемә шатмын. Икенсе йыл рәттән бындай осрашыуҙы ҡышҡы каникулдарҙа ойошторабыҙ. Был сара республикабыҙҙың 100 йыллығына арналды. Республикабыҙҙың сәскә атыуында, үҫешендә үҙенең бай тарихы, хеҙмәт йолалары менән районыбыҙҙың да өлөшө ҙур. Беҙҙең батырҙарыбыҙ күп һәм улар менән лайыҡлы ғорурллана алабыҙ. Шулай уҡ Көйөргәҙе еренән яҙыусылар, ғалимдар, етәкселәр ҙә күп сыҡҡан. Һеҙ - йәштәр үҙ районығыҙҙың тарихын яҡшы белергә тейешһегеҙ.

Мин үҙем Көйөргәҙе районыныҡы, һәм бар тормошом тыуған районымда үтте. Үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем, сөнки районыбыҙ именлеге, киләсәге өсөн эшләйем һәм йәшәйем.

Ҡәҙерле йәштәр! Бөгөн беҙ районыбыҙ үҫешенә, уның яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүенә ҙур көс һалабыҙ. Бигерәк тә торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһен үҫтереү, төҙөкләндереү мәсьәләләренә иғтибар нығыраҡ бүләбеҙ. “Йәшлек” мәҙәниәт йортона ремонт эштәре башҡарыу һәм ҡоролмалар алыу өсөн республика бюджетынан 96 млн. һум аҡса бүленде, әлеге ваҡытта ремонт эштәре бара. Барлыҡ эштәр ҙә халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡарыла. Район тормошонда күп нәмәләр үҙгәрә, тик йәнтөйәгебеҙгә ҡарата һеҙҙең менән беҙҙең мөнәсәбәт кенә үҙгәрмәй. Районыбыҙ киләсәге, йәштәр, һеҙҙең ҡулығыҙҙа. Беҙ һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Былтыр 18 студентыбыҙ юғары уҡыу йортон тамамланы, ә шуларҙың дүртәүһе генә районға ҡайтты. Ҡалғандары ҡайҙа? Ошо миҫалдан сығып, йәштәр, һеҙгә тағы ла мөрәжәғәт итәм, ҡулығыҙға диплом алғас та районыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышырбыҙ. Районға ҡайтып эшләгән егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың туйҙарына туй күлдәге һәм кәстүм-салбар бүләк итәбеҙ, тип әйткәнем бар. Был һүҙҙәр шаярыу түгел. Һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ тыуған районығыҙҙа, ҡәҙерле йәштәр, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Артабан йәштәргә өлгө күрһәтеп үҙенең тормош юлы, эшмәкәрлеге хаҡында районыбыҙҙың почетлы гражданы Раил Әбдрәшитов сығыш яһаны. Шулай уҡ форумда районыбыҙҙа хеҙмәт юлдарын башлаған йәш белгестәр ҙә һүҙ алды. “Сокол” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Александр Александров һәм Руслан менән Айһылыу Вәлитовтар районда нисек эш башлауҙары, тәжрибә туплауҙары һәм әле ҡайҙа эшләүҙәре хаҡында ентекле һөйләнеләр.

Йәштәр форумы аҙағында район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева тарафынан “Һин булдыраһың!” тип аталған йәштәр проекттарының муниципаль конкурсына старт иғлан ителде.

Сара республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттары тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙар менән тамамланды.
Читайте нас: