Йәштәр тыуған ерҙәргә ҡайтһын өсөн нимә генә эшләмәҫһең дә ҡайҙа ғына бармаҫһың. Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев Мәскәүгә барып ҡайтты. Ул унда уҡып йөрөгән Күмертау студенттары менән осрашты.
Хәйер, Борис Владимирович үҙе яҙыуынса, студенттарҙы мотлаҡ Күмертауға ҡайтарыу маҡсат итеп ҡуйылманы, ә уларҙы баш ҡалала эшкә урынлаштырыу һәм, ғөмүмән, бар йәһәттән студенттарға терәк булыу. Мәскәүҙә уҡыған студенттар менән осрашыу тәүге тапҡыр үткәрелде. Ошондай форматтағы сараны үткәреүҙе Күмертау егете, Мәскәүҙәге Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары Ассоциацияһы етәксеһе Азат Ҡаҙаҡбаев тәҡдим иткән.
«Беҙ бындай осрашыуҙарҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ. Унда студенттарҙы ғына түгел, Мәскәүҙә юғары уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы ла саҡырасаҡбыҙ. Төрлө идеяларыбыҙ һәм тәҡдимдәребеҙ бар ҙа инде. Шулай уҡ ата-әсәләрҙән посылкалар ташыу өсөн транспорт та ойошторасаҡбыҙ. Студенттар был юлы алып барған күстәнәстәрҙе ҡыуанып ҡабул итте», - тип яҙа Борис Беляев үҙенең «Вконтакте»лағы битләүендә.