2-3 августа йылдағыса районда Йәштәр форумы уҙҙы. Көн бик үк матур булмаһа ла — һыуыҡ елдәр иҫеп, ямғыр һибәләп торһа ла, Бахмут еренә 160-тан артыҡ йәштәр йыйылды. Беҙ барғанда улар дәртләнешеп тирмәләр, палаткалар ҡора ине.
Йәштәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ҡоролған «Мин таптым» тип исемләнгән быйылғы сараға шулай уҡ Күмертауҙан һәм Федоровка районынан да йәштәр килгәйне. Өфөнән дә ҡунаҡтар булды.
Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов форумды асып:
- Барыһы ла һеҙҙең ҡулда. Маҡсатына табан барған кешегә ел дә, насар һауа торошо ла ҡамасаулай алмай. Һеҙ Рәсәйҙе төҙөүселәр бит! Беҙ барыбыҙ ҙа тыуғандан алып үлемгә табан барабыҙ. Ошо ғүмер арауығын нисек үтергә икәнен һәр кем үҙе һайлай, ә ғүмер аҙ ғына. Шуға күрә һәр минутығыҙҙы файҙалы итеп үткәрергә кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ. Ошо форумдан үҙегеҙгә иң яҡшы нәмәләр генә алып ҡайтырһығыҙ, тип ышанам. Бәлки, тап ошонда, үҙегеҙҙең мәңгелек мөхәббәтегеҙҙе лә табырһығыҙ, - тине.
Йәштәр форумының ҡунағы — йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар Азамат Галин:
- Бөгөн һеҙҙең янығыҙға район башлығы үҙе килгән, ошо мөмкинлекте ҡулланып ҡалығыҙ. Беҙҙең заманда улай булманы, беҙ үҙебеҙ түрәләр артынан йөрөй инек. Юлай Талха улы һеҙҙән яңы идеялар көтә, - тине йәштәргә.
Үҙенең ялҡынлы сәләме менән тауыш-тынһыҙ ғына тыңлап ултырған йәштәрҙе район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина ҡуҙғытып ебәрҙе:
- Алда һеҙҙе 2 бәхетле көн көтә. Сараның «Мин таптым» девизы һеҙҙең өсөн төп маҡсат булырға тейеш. Күкрәгегеҙҙә ҡайнар йөрәк тибә икән, һеҙгә бер ниндәй һауа торошо ла ҡурҡыныс түгел. Ике көн дауамында барған форумда әүҙем ҡатнашҡан командаларға район хакимиәте бик шәп бүләктәр ҙә әҙерләп ҡуйҙы. Шулай уҡ беҙҙең районда старт алған «Айыҡ йәй» акцияһы хаҡында ла онотоп ебәрмәгеҙ. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланған бер кеше тотолһа, барлыҡ команда ярыштан төшөп ҡала, - тип сығыш яһаны.
БР Мәғарифты үҫтереү институтынан килгән педагогия фәндәре кандидаты Лилиә Халиҡова ла үҙенең:
- Донъяла бар нәмәгә лә ҡыуанырға кәрәк. Бына бөгөн беҙҙә ел һәм болоттар бар. Әйҙәгеҙ, шуға шатланайыҡ. Ҡайһы бер илдәрҙә комната температураһы 17 градус ҡына. Был кешене сыныҡтырыу өсөн эшләнә. Шуға күрә бер ҙә генә һыуыҡтан ҡурҡырға ярамай. Әгәр һеҙ еңеүгә ниндәйҙер ауырлыҡтар аша өлгәшәһегеҙ икән, бик шат һәм ҡәнәғәт буласаҡһығыҙ. Еңел генә бирелгән уңыш бер ҡасан да шатлыҡ тойғоһо килтермәй ул. Бөгөн һеҙ үҙегеҙҙе атҡа атланғандай хис итегеҙ һәм алға табан барығыҙ. Шулай уҡ һәр еңеү тик команданың уңышы икәнен онотмағыҙ, - тигән һүҙҙәре менән өшөңкөрәп ултырған ҡыҙ-егеттәрҙе ҡыҙҙырып ебәрҙе.
Бына сараның иң төп өлөшө - «Мөмкинлектәр территорияһы» башлығын һайлау башланды. Был вазифаға дәғүә итеүсе 5 кеше — Фәвәдис Саҙретдинов, Юлия Матвеева, Андрей Копылов, Батырхан Рафиҡов һәм Инсаф Усманов үҙҙәре менән таныштырҙы һәм һәр береһе үҙенең программаһын тәҡдим итте. Андрей йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, айыҡ тормош алып барыу яҡлы булһа, Юлия сүп-сар менән көрәш заводы төҙөмәксе. Батырхан йәштәргә күңел асыу урындары күберәк булһын, тип тырыша, ә Фәвәдис йәштәргә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ярҙам итмәксе. Инсаф иһә йәштәр ауылға ҡайтһын өсөн бар тырышлығын һала. Уларға форумда ҡатнашыусылар төрлө һорауҙар бирҙе. Минең ҡарашҡа иң ҡыҙыҡлы һорау йәштәрҙе ауылға ҡайтарырға тырышыусы егеткә булды. Был проект буйынса эшләгән нефть техник университеты студентынан: «Уҡып бөткәс һин үҙең ауылға ҡайтаһыңмы һуң?» - тип һоранылар. Был һорауға егетебеҙ: «Районға ҡайтырға йыйынам, әлбиттә, әммә бер 20 йылдан һуң ғына», - тип яуап бирҙе. Шулай арыуыҡ ҡына бәхәс ҡороп, һорауҙарға яуап биргәндән һуң, ниһайәт, йәштәр «Мөмкинлектәр территорияһы» башлығын һайлап ҡуйҙылар. Ул — Инсаф Усманов ине.
Артабан йәштәр төрлө спорт уйындары буйынса ярышты. Кискә табан егеттәр һәм ҡыҙҙар Лилиә Халиҡова үткәргән психологик тренингында, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған интеллектуаль уйынында һәм башҡа сараларҙа ҡатнашты. Был көн Илнур Рамаҙановтың дәртле музыкаһы аҫтындағы дискотека менән тамамланды.
Икенсе көнөнә йәштәр иртәнге аш ашап алғас, флешмоб, экологик өмә үткәреп, «Эко-сити» төбәк операторының вәкиле Сергей Салтыков менән осраштылар һәм форумды ябыу тантанаһына йыйылдылар. Бында сараның еңеүселәре билдәләнде.