Күптән түгел Көйөргәҙе районы хакимиәте ярҙамы менән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан йәштәрҙең үҙҙәренең бүлмәләре асылды. Үткән йома улар янына барып осрашып, хәлдәрен белешеп килдек. Байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Бүлмәне яңы ғына биргәс, әлегә мебелдәре юҡ. Баҫып һөйләшһәк тә, ихлас килеп сыҡты әңгәмә, йәштәрҙең күҙҙәре янып тора.
- Әле төрлө проекттар менән шөғөлләнәбеҙ. Гранттарҙа ҡатнашырға ла уйлайбыҙ, күпмелер аҡса ала алһаҡ, шәп буласаҡ. Эшләр, йәшәр өсөн йәштәр ауылға ҡайтмай, тиҙәр. Беҙ ҡайтыр инек, тик заманса шарттар булырға тейеш. Унан килеп, районға ситтә эшләп, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплағас ҡына ҡайтҡы килә. Эш булмағас, ҡайҙа ҡайтайыҡ - быныһы ла ҙур һорау. Шуға киләсәктә районыбыҙҙа үҙебеҙҙең эштәрҙе асып ебәрһәк, яҡшы буласаҡ. Йәштәребеҙҙе ҡайтарыу йүнәлешендә лә маҡсатҡа ярашлы эш алып барабыҙ. Улар менән осрашып, хоҡуҡтарыбыҙ, эш урындары булдырыу тураһында ла һөйләшәбеҙ. Бүлмәбеҙ әле буш, шуға кемдәрҙеңдер кәрәкмәгән компьютеры, принтер йә мебелдәре булһа, баш тартмаясаҡбыҙ. Тәҡдим итһәләр, үҙебеҙ барып та ала алабыҙ. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың ярҙамы менән алған бүлмәбеҙ буш тормаһын. Аҙнаһына өс тапҡыр осрашып, үҙебеҙҙең эштәр, маҡсаттар һәм пландарыбыҙ менән уртаҡлашып торасаҡбыҙ. Районыбыҙҙың башҡа ауылдарынан килә алмаған йәштәр менән интернет селтәре аша аралашыу булдырабыҙ, - ти йәштәребеҙ.
Бына шулай дәртләнеп йөрөй йәштәребеҙ. Эш бүлмәгеҙ булды, кәрәкле мебелдәр ҙә табылыр, тик әлеге булған дарманығыҙ ғына һүнмәһен ине, егеттәр-ҡыҙҙар.