Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
20 Декабря 2019, 13:40

Күҙҙәре янып китте

Йәштәр - беҙҙең киләсәк тип гел әйтәбеҙ, тик уларға ла берәй төрлө йүнәлеш, дәрт бирергә кәрәк. Үткән шишәмбе Бахмут йәштәренә этәргес биргән сара булды. Район хакимиәтенән эшҡыуарлыҡ буйынса башлыҡ урынбаҫары Тимур Иҙрисов үҙе килде.

Йәштәр - беҙҙең киләсәк тип гел әйтәбеҙ, тик уларға ла берәй төрлө йүнәлеш, дәрт бирергә кәрәк. Үткән шишәмбе Бахмут йәштәренә этәргес биргән сара булды. Район хакимиәтенән эшҡыуарлыҡ буйынса башлыҡ урынбаҫары Тимур Иҙрисов үҙе килде. Нимә ул бизнес, эшҡыуарлыҡты нисек башларға, нимәнән ҡурҡырға-ҡурҡмаҫҡа - барыһын да энәһенән ебенә тиклем һөйләне. Бахмут силсәүитендә, әйткәндәй, яңы эштәр идарасыһы, Рамаҙан Фәйзуллин, ул да йәш, артабан йәш-елкенсәккә бәйле барлыҡ эштәрҙе Бахмутта ул алып барасаҡ. “Йәш гвардия” тигән ойошманы етәкләйсәк. Ул да үҙ һүҙендә егет-ҡыҙҙарҙы бар эштә лә актив булырға саҡырҙы, волонтерлыҡ хәрәкәтен әүҙемләштерәсәкбеҙ, тине. Ауыл киләсәген тулыһынса үҙ ҡулыбыҙға алабыҙ тип, пландары менән бүлеште.
- Йәштәр менән бындай осрашыуҙы Ермолаево һәм Бахмут ауылдарында үткәрҙек. Киләһе йылда башҡа ауылдарҙы ла йөрөп сығырға планлаштырабыҙ. Йәштәргә эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләгәндә күҙҙәренең янып китеүҙәре, ҡыҙыҡһыныуҙары артыуы ҡыуандыра. Беҙ киләсәктә уларҙың үҙ эштәрен асып районыбыҙҙа ҡалыуҙарын теләйбеҙ. Ҡайҙа һәм нисек аҡса эшләү мөмкинлектәрен өйрәтәбеҙ. Кире ҡайтарылып бирелмәй торған субсидиялар хаҡында мәғлүмәттәр бирәбеҙ. Һәр баҫҡысты нисек үтергә, ҡыйынлыҡтар осрауын да аңлатабыҙ. Тағы бер мәғлүмәтте әйтеп үтәйем әле, 15 декабрҙән 31 декабргә тиклем, шәхси эшҡыуарлыҡты теркәгәндәргә, киләһе йылда бухгалтерия иҫәбен алып барыу бушлай буласаҡ, - ти Тимур Иҙрисов.
Рамаҙан Фәйзуллин, Бахмут ауылы эштәр идарасыһы, “Йәш гвардия” ойошмаһы рәйесе:
- Берҙәм Рәсәй партияһының проекты булып “Йәш гвардия” ойошмаһын булдырҙыҡ. Был ойошма элек тә булған, тик ,ни сәбәптер, туҡталып ҡалған. Хәҙер яңынан тергеҙеп, йәштәр менән бергәләп ныҡлап эшкә тотонорға иҫәп. Иң мөһиме йәштәрҙең теләктәре ҙур. Улар менән ирекмәндәр булып төрлө өмәләрҙә әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ, оло йәштәгеләргә ярҙам итәсәкбеҙ, мәктәп, ауыл советы сараларының уртаһында ҡайнаясаҡбыҙ.
Ауыл советының эштәр идарасыһы булып яңы эш башланым, рәсми итеп 31 декабрҙә генә билдәләйәсәктәр. Әлегә эште аңлатыусылар ҙа, ярҙам итеүселәр ҙә бар.
Читайте нас: