Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
10 Февраля 2021, 11:52

Һүҙҙәр шәп, эш тә шәп булһын

Илүзә НИҒМӘТУЛЛИНА, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, Абдул ауылы:- Районыбыҙҙа йәштәр форумы беренсегә генә үтмәй һәм һәр ваҡыттағыса, тик яҡшы тьәҫораттар ғына ҡалдыра.Бөгөнгө форумда йәштәр үҙҙәренең иң мөһим һорауҙарына яуаптар таба алды, шулай уҡ дөйөм проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Студенттар күпләп килде, үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт тупланылар.

Илүзә НИҒМӘТУЛЛИНА, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, Абдул ауылы:
- Районыбыҙҙа йәштәр форумы беренсегә генә үтмәй һәм һәр ваҡыттағыса, тик яҡшы тьәҫораттар ғына ҡалдыра.
Бөгөнгө форумда йәштәр үҙҙәренең иң мөһим һорауҙарына яуаптар таба алды, шулай уҡ дөйөм проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Студенттар күпләп килде, үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт тупланылар.
Төрлө йүнәлештәге секциялар менән бәйләнеп күңелле генә барған форум, ауыл биләмәләренең студенттары араһында волейбол буйынса ярыш менән тамамланды.
Бындай саралар йәштәрҙе берләштерергә ярҙам итә. Ошондай йыйылыштарҙан һуң, беҙ берҙәм һәм ҡеүәтле икәнебеҙҙе аңлайбыҙ.
Район хакимиәтенә йәштәргә ярҙам итергә әҙер тороуҙарына, яңы мөмкинлектәр асыуҙарына рәхмәтемде белдерәм.
Башҡа йәштәрҙең фекерҙәре гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: