Бер оло ағай тороп баҫты, атаҡ, был да әллә студентмы икән тигән аптыраулы ҡараштар уға төбәлде, баҡһаң, военкоматтан килгән абзый икән, уның башында бер уй- армия.
- Башҡортостандан армияға алынған егеттәрҙе бөтә частарҙә лә маҡтайҙар, ниңә улай?
Был һорау, беҙҙеңсә, бик урынла ла түгел һымаҡ ине, хәйер, яуабы бөтәбеҙҙе лә ҡәнәғәт ҡалдырҙы:
- Ауылда үҫкән малайҙар тырыш, сыҙам була. Ә иң мөһиме, күндәм була, күндәм кешене кем яратмаҫ.
Һәр йылда ҡабатланған һүҙҙәр әле лә, доғалай, ҡабатланды – әүҙем булығыҙ, көтөп ятмағыҙ, гранттар алығыҙ, төрлө проекттар тәҡдим итегеҙ. Ҡайтығыҙ.
Өфөнән килгән ҡунаҡ – республика Йәштәрҙең яҡташтар берҙәмлеге ассоцияцияһы президенты Ғәйнислам Атанғолов та матур һүҙҙәр әйтте: берләшегеҙ, һеҙҙең студенттар берекмәһе юҡ, булдырырға кәрәк. Идея өҫтән килергә түгел, аҫтан сығырға тейеш. Эште ҡоро тоттолар, ошо көндә үк Көйөргәҙе студенттары берекмәһен булдырҙылар, уның рәйесе лә булды - Илһам Килмәтов. Нимә әйтәһең, шәп булды, артабан емешле эшләргә генә яҙһын.