Өмөт йәшәтә

Бер нисә йыл элек, райондан йүнәлтмә алып, медуниверситетта уҡып бөткөн ҡыҙ район хакимиәте кабинеты янында тапанып тора. - Уҡып бөткәнһең икән, маладис, хәҙер ҡайҙа, ауылыңа ҡайтаһыңмы?Ҡыҙыҡай йөҙөн шырыштырҙы:- Юҡ. - Атаҡ, һин йүнәлтмә менән уҡының да, шулай булғас, кире ҡайтып, биш йыл булһа ла эшләргә тейеш түгелһеңме ни?-Шуға килдем башлыҡҡа. Ҡайтмаҫҡа ине.

Был рәттәрҙә ултырған аҡ халатлыларҙың 39-ы беҙҙең райондан. Беҙҙең ерҙә тыуып, беҙҙең һыуҙарҙы эсеп үҫкән егет-ҡыҙҙар. Буласаҡ табиптар. Шуларҙың, исмаһам, бер-икеһе булһа ла районға, үҙен үҫтергән төбәккә әйләнеп ҡайтырмы- ҙур һорау.
Бер нисә йыл элек, райондан йүнәлтмә алып, медуниверситетта уҡып бөткөн ҡыҙ район хакимиәте кабинеты янында тапанып тора.
- Уҡып бөткәнһең икән, маладис, хәҙер ҡайҙа, ауылыңа ҡайтаһыңмы?
Ҡыҙыҡай йөҙөн шырыштырҙы:
- Юҡ.
- Атаҡ, һин йүнәлтмә менән уҡының да, шулай булғас, кире ҡайтып, биш йыл булһа ла эшләргә тейеш түгелһеңме ни?
-Шуға килдем башлыҡҡа. Ҡайтмаҫҡа ине.
Был һөйләшеүҙән һуң әллә нисә йыл үтте, табип ҡыҙ тәки ҡайтманы ауылына, әле ҡалала эшләп йөрөй, Күмертауҙа ла түгел, исмаһам. Хәл барыбер шул көйө ҡалды- ҡыҙ-егеттәр йүнәлтмә аламы-юҡмы, ҡурҡыныс ерҙән ҡасҡандай, тыуған районынан ҡаса. Бына әле лә, йәнә, инде нисәнсе тапҡыр, район һәм ҡала башлыҡтары, урынбаҫарҙарҙы, баш табип менән бергә, медвузға барҙы, йәнә өгөтләүҙәр, инәүлеүҙәр. Баланы алдатҡан һымаҡ, төрлө кәнфиттәр вәғәҙә итеүҙәр. Фәтеүә булырмы? Ай-һай. Тормош тәжрибәһе башҡаны күрһәтә. Өмөт, әлбиттә, бар. Унһыҙ нисек - әлегә беҙҙе бары өмөт кенә йәшәтә.
Читайте нас