Әлдә килдегеҙ

Күмертау йәштәре электән алдынғы рәттә бара. Әле лә шулай. Әлиә Ҡусҡарова ҡала йәштәрен етәкләгәне бирле, йәштәр тағы ла дәртләнеберәк эшләй башланы, йөрөмәгән ерҙәре, ҡатнашмаған саралары юҡ.

Күмертауҙың шулай икәнен белгәс, күгәрсендәр уларҙы үҙҙәренә саҡырған - килеп өйрәтеп китегеҙ әле. Әлиә - киң күңелле лә, төплө белемле лә ҡыҙ, тәжрибәһен уртаҡлашҡан. Социаль проектлау нимә була, нисек була икәнен күршеләргә ныҡлап аңлатҡан.
Мораҡтағылар иҫе китеп тыңлап ултырған. Ярай килдегеҙ, былай булғас, алда беҙҙең эштәр ҙә һеҙҙеке кеүек шәп барасаҡ тип тороп ҡалғандар.
Читайте нас