Өфөлә Көйөргәҙе районы яҡташтары ойошмаһы булдырылды. Теге ололарҙыҡын әйтмәбеҙ, йәштәрҙеке. Улар эште йәштәрсә дәртле алып бара. Өсөнсө көн Ағиҙел буйына төшкәндәр. Шашлыҡҡа ти? Юҡ, уйын-көлкөнө лә онотмай егет-ҡыҙҙарыбыҙ, тик "Первым делом, первым делом самолеты, ну а девушки, а девушки потом" тигән принцип менән йәшәй улар. Йыйылып, пландар ҡорғандар, идеялары менән бүлешкәндәр.