Силсәүиттә ултырған эштәр идарасыһының эш хаҡы ташҡа үлсәйем. Был турала Юшатыр яҙҙы, хәйер, нимә генә беҙ, Хәбировҡа ла ошаҡланылар. Управтың эше бөтмәле түгел, ә алған аҡсаһы ултырып иларлыҡ. Шунан һөҙөмтә: был эштә һәр кем эшләй алмай, вазифаға мөҡиббәндәр, энтузиазистар, ауылын яратҡандар ғына килә.
Эштәр идарасыһы гел ҡағыҙға күмелеп, өй беренсә теләнселәп (һыуға ҡасан түләйһең, малыңды ҡасан бәйләйһең) кенә йөрөмәй. Ижтимағи эштә лә ныҡ әүҙем була (бының өсөн береһе лә түләмәй, етмәһә).
Управтар һуңғы арала ирекмәнгә лә әйләнде - коронавирус осоронда сафтың алдында барҙылар. Аҡса бирмәһәләр ҙә, уларҙың эшен күргәндәр, онотмағандар икән - шәмбе көнө, Йәш Гвардияның юбилейы тип, Өфөлә ҙур сара үтте. Унда Бахмут ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рамаҙан Фәйзуллин да барҙы. Барыһына өҫтәп, йәш гвардиясы ла икән үҙе. Ошо сарала Рамаҙан Рөстәм улын бик маҡтағандар, пандемия осоронда халыҡҡа ныҡ ярҙам иттең тигәндәр. Һәм Рәхмәт хаты тапшырғандар. Афарин, Фадеевтың романына торошло йәш гвардиясылар беҙҙең арала булыуы ҙур шатлыҡ, уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете һеҙгә.