Оло юлға аяҡ баҫтылар

Сөмбөл НИҒМӘТУЛЛИНА, Абдул ауылы мәктәбе, район буйынса математика фәненән берҙәм дәүләт имтиханын иң юғары күрһәткестәргә тапшырыусы:- Ауылыбыҙ мәктәбен 5 уҡыусы тамамланыҡ, икәүебеҙ (мин һәм Альвина Рәжәпова) миҙалға тамамлауға өлгәштек.

Сөмбөл НИҒМӘТУЛЛИНА, Абдул ауылы мәктәбе, район буйынса математика фәненән берҙәм дәүләт имтиханын иң юғары күрһәткестәргә тапшырыусы:
- Ауылыбыҙ мәктәбен 5 уҡыусы тамамланыҡ, икәүебеҙ (мин һәм Альвина Рәжәпова) миҙалға тамамлауға өлгәштек. Барлыҡ уңыштарым өсөн иң беренсе рәхмәттәремде, миңә ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреп, гел ярҙам итеп торған әсәйем Айһылыу Нурытдин ҡыҙына һәм атайым Фәһим Шәкир улына еткерәм. Шулай уҡ, беҙгә төплө белем биреп, берҙәм дәүләт имтихандарына тейешле әҙерләп, бар яҡлап та ярҙам итеп, хуплап тороусы уҡытыусыларыбыҙға рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Киләсәк тормошомдо уҡытыусыларыбыҙҙан өлгө алып, балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү менән бәйләгем килә. Ә мәктәп йылдарын гел ҡыуанып, һағынып ҡына иҫкә алырмын инде, сөнки унда минең бәхетле бала сағым ҡала.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас