Оло юлға аяҡ баҫтылар

Рәзилә ИБРАҺИМОВА, 3-сө БРГИ-ны миҙалға тамамлаусы:- Мин 3-сө Башҡорт республика гимназия интернатында уҡып, уны уңышлы тамамлауыма сикһеҙ ғорурланам.Уҡытыусыларыма, класс етәксемә, тәрбиәсемә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Икеләтә рәхмәт һүҙҙәрен ата-әсәйемә әйткем килә.Мәктәп йылдары бик күңелле үттеләр. БРГИ-ла матур башҡорт бейеүҙәренә өйрәндем (Рәмилә Сәлимгәрәй ҡыҙына ҙур рәхмәт).

Рәзилә ИБРАҺИМОВА, 3-сө БРГИ-ны миҙалға тамамлаусы:
- Мин 3-сө Башҡорт республика гимназия интернатында уҡып, уны уңышлы тамамлауыма сикһеҙ ғорурланам.
Уҡытыусыларыма, класс етәксемә, тәрбиәсемә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Икеләтә рәхмәт һүҙҙәрен ата-әсәйемә әйткем килә.
Мәктәп йылдары бик күңелле үттеләр. БРГИ-ла матур башҡорт бейеүҙәренә өйрәндем (Рәмилә Сәлимгәрәй ҡыҙына ҙур рәхмәт), Күмертау ҡалаһында уҙған бер сара, конкурстар, ярыштарҙан ситтә ҡалманым: йүгерҙем, саңғы ярыштарында ҡатнаштым (физкультура уҡытыусыһы Рим Риф улына рәхмәт) һәм йырларға ла бик яраттым, шундай мөмкинселектәр биргән гимназияма ҙур рәхмәт.
Хәҙер инде оло юлға баҫтым. Мин үҙемде бер нисә йылдан табиб һөнәрендә күрәм, кешеләргә ярҙам итеү, изгелек ҡылыу минең хыялым.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас