Оло юлға аяҡ баҫтылар

Шәвҡәт КИНЙӘБАЕВ, РПЛИ-ның сығарылыш уҡыусыларының клас етәксеһе:- Быйыл лицейыбыҙҙы 24 уҡыусы тамамланы, 10 ҡыҙ һәм 14 егет. Уҡыусыларым барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырҙы.

Шәфҡәт КИНЙӘБАЕВ, РПЛИ-ның сығарылыш уҡыусыларының клас етәксеһе:
- Быйыл лицейыбыҙҙы 24 уҡыусы тамамланы, 10 ҡыҙ һәм 14 егет. Уҡыусыларым барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырҙы. Класыбыҙҙа 8 миҙалист, икәүһе тик бишлегә тамамлаһа, өсәүенең атесстатында тик бер дүртле билдәһе. Улар барыһы ла юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә планлаштыра һәм мин ысын күңелдән уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр тип ышанам. Беҙҙең клас бик татыу, берҙәм, әүҙем булды. Артабан да уларға тик уңыштар, аҡ юлдар теләп ҡалам.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас