Карина АВАЗОВА, Күмертау ҡалаһының 1-се гимназияһын миҙалға тамамлаусы:
- Күмертау ҡалаһында йәшәп, унда уҡыһам да күңелемә иң яҡыны тыуған ауылым Абдул, унда тыуыуыма сикһеҙ шатмын. Мәктәп йылдары бик ауыр, йырып сыҡмаҫлыҡ кеүек тойолһа ла, барлыҡ ауырлыҡтарын еңеп сығып, ҡулыма өлгөргәнлек аттестатын алыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Бар яҡтан да ярҙам иткән, миңә терәк-таяныс булып торған ҡәҙерле әсәйем Зөлфиә Фәрүәзетдин ҡыҙына, өләсәйем Гөлйыһан Абдул ҡыҙына һәм егетем Илгизгә рәхмәтлемен.