Барыһы ла "биш" булһын

Быйыл Яҡшымбәт мәктәбенең 6 уҡыусыһы 11 класты тамамланы. Имтихандарын барыhы ла уңышлы бирҙе.

Быйыл Яҡшымбәт мәктәбенең 6 уҡыусыһы 11 класты тамамланы. Имтихандарын барыhы ла уңышлы бирҙе. Араларында Сәлтәшева Илүзә исемле бик тырыш уҡыусыбыҙ ҙа бар. Ул тик "5" билдәләренә генә тамамланы уҡыу йылын.
Ҡыҙыбыҙҙы оло тормош юлына сығарырға әҙерләгән уҡытыусылары Альмира Вәлитова, Зилә Түләкова апалары Илүзә өсөн үтә шат, артабан да уларҙы ла, ата-әсәһен дә, барлыҡ Яҡшымбәтте лә һөйөндөрөп кенә уҡырға, эшләргә булһын.
Яҡшымбәт мәктәбе директорының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ғәлиә Хәйбуллина.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас