Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
11 Августа 2021, 10:03

Ҙур баһа

4 көн дауамында барған «Аҫылташ» йәштәр форумына районыбыҙҙан 13 кеше барҙыҡ. 

Ҙур баһа
Ҙур баһа

Буш ваҡыттарҙа туп менән уйындар ойошторолдо. Берәү ҙә уйнамай, ҡатнашмай, ҡул ҡауышырып ултырманы, командалар күпләп йыйыла ине, волейбол, йә футбол уйнап рәхәтләнде йәштәр. Кистәрен усаҡ яғып, уның тирәләй йыйылышып, ҡурай моңдары тыңлап, гитараға ҡушылып йырлашып, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында һөйләшеп күңел астыҡ.
Башҡортостаныбыҙ бәләһенә битараф булып ҡалмай, форумдан 10 егетебеҙ Йылайыр районының янғынын һүндерешергә барып ҡайтты. Улар араһында беҙҙең район егете Илһам Килмәтов та бар ине. Егеттәребеҙҙең дәртле, талантлы ғына түгел, ысын батырҙар булыуы ғорурланырлыҡ.

Камила БИКМАЕВА, Яҡшымбәт ауылы

Камиланың хаты киләһе һанда тулы вариантта баҫыла. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: