Лайыҡлы бүләк

Күмертау егете Артур Ишҡолов тураһында “Юшатыр”ҙа алдан да яҙған булдыҡ. Ҡалабыҙҙың 3-сө БРГИ-һында уҡығанында уҡ үҙенең киләсәген хәрби кейемдә генә күргән тырыш егет Мәскәү юғары дөйөм хәрби команда училищеһында уңышлы уҡып сыға. Батырыбыҙ илебеҙ йөрәге булған Ҡыҙыл Майҙанда үткәрелгән парадтарҙа ла йыш ҡатнашып, үҙен бар яҡлап та өлгөлө итеп кенә күрһәтеүгә ирешә.

Лайыҡлы бүләкЛайыҡлы бүләк
Лайыҡлы бүләк

Артур Альберт улы әлеге көндә хеҙмәтен Таулы Ҡарабах өлкәһе територияһында өлкән лейтенант буып дауам итә. Ул Рәсәй миротворецтары составындағы контингентта тыныслыҡ һаҡлау миссияһын башҡара. Ошо көндәрҙә ул был өлкәләге тормошто яйға һалыу, конфликтты туҡтатыу режимын һәм ике яҡтағы килешеүҙәр үтәлешен күҙәтеү буйынса үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарғаны, контролдә тотҡаны өсөн Ҡарабах хәрби етәкселеге исеменән командирҙар сәғәте менән бүләкләнә.
Яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ. Уның киләсәктә лә һынатмай, ҙур уңыштарға өлгәшеренә ышанабыҙ. Афарин, Артур Альберт улы!

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас