Йәштәр - беҙҙең киләсәк
10 Декабрь 2021, 03:14

Бәлки, ярҙам итер

Ҡайҙа эшләйһең тип кемдән һорама, һәр өсөнсөһө тип әйтергә булалыр, Себерҙә ти. Ниңә унда тип һорау урынһыҙ - Тыуған илдә эш юҡ, эше булһа аҡсаһы ташҡа үлсәйем тип яуап бирә - ғаиләне туйҙырырға кәрәк. Әҙәмсә йәшәп ҡалырға кәрәк, булғас, йәштән үк фатиры булһын, машинаһы, йәй ялдарында диңгеҙгә барып ҡайтырлыҡ әмәлең булһын - ғүмер бер генә. 

Бәлки, ярҙам итерБәлки, ярҙам итер
Бәлки, ярҙам итер

Ҡыҙғаныс тендеция, кеше, шулай итеп, тыуған ерҙән биҙә. 

Кисә Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡыусылары КүмАПП заводында булғандар, эшселәр менән аралашҡандар, вертолеттарҙы тотоп ҡарағандар (кемдер осоп килергә лә теләгән, тик тәртип ҡушмаған). Балаларҙың күңеле булған барыбер, завод ныҡ оҡшаған, был сәйәхәт өсөн уҡытыусыларына ҙур рәхмәт әйтәләр. 
- Завод оҡшағас, ҙурайғас, бында эшкә киләһегеҙме? 
- Киләбеҙ, - бер нисә бала шулай тип яуап биргән. Был экскурсия, бәлки, кемгәлер тыуған ерендә ҡалырға ярҙам итер. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас