Йәштәр - беҙҙең киләсәк
3 Февраль 2022, 10:28

Һағынып ҡайтам

Альвина РӘЖӘПОВА, Ҡазан Волга төбәк-ара Федераль университетының Фундаменталь медицина институты студенты:

Һағынып ҡайтамҺағынып ҡайтам
Һағынып ҡайтам

- "Фармация" факультетының 1-се курсында уҡыйым. Мәктәптә уҡығанда башланғыс синыфтарҙан алып 11-се класты тамамлағансы тик "5"-ле билдәләренә генә өлгәшеп, мәктәп, район, республика күләмендә үткәрелгән бик күп сараларҙа, шулай уҡ спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып йөрөнөм. Бәләкәй генә ауыл мәктәбен уңышлы, алтын миҙалға тамамлап, Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшырып, Ҡазан ҡалаһының юғары уҡыу йортона уҡырға кереүем һәм бөгөнгө көндә беренсе сессияны тик "5" легә тапшырып ҡайтыуым да тыуған мәктәбемдә алған белемдәрем, уҡытыусыларымдың хеҙмәт емеше ҙур тип әйтә алам. Уҡыуҙың тәүге айҙарында бе раҙ ҡурҡыу хисе менән йәшәнем. Төркөмөбөҙҙә илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан, башҡа сит илдәрҙән килгән студенттар бик күп. Мин ябай ғына ауыл ҡыҙы нисек өйрәнеп китермен тип, күҙ йәштәрем дә аҙ түгелмәне түгел. Мәктәп йылдарында күп сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөүем, кешеләр алдында сығыш яһауҙар, өйрәнеп китергә, дуҫтар табырға ярҙам итте тип уйлайым. Уҡыу һәм студент тормошо бик оҡшай. Студенттар өсөн торлаҡта йәшәү шарттары бик уңайлы. Был уҡыу йортона уҡырға кереүемә бик шатмын. Мәктәп йылдарында физика һәм математика фәндәрен яратып өйрәндем. Бөгөнгө көндә был фәндәрҙән алған белемдәрем менән төркөмдәштәр менән бүлешеп тороуыма һөйөнөп бөтә алмайым. Абдул мәктәбендә бар тырышлыҡтарын һалып хеҙмәт итеүсе уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт әйтәм. Улар беҙгә төплө белем биргәндәренә инандым. Тыуған ауылымды, тыуған йортомдо, мәктәбемде, атай-әсәйемде, һылыуымды бик яратам һәм һағынып ҡайтам.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас