Йәштәр - беҙҙең киләсәк
3 Февраль 2022, 10:25

Минең һөнәр - минең тормош

Асҡар ЯҠУПОВ, Стәрлетамаҡ медицина колледжының Күмертау филиалы студенты: 

Минең һөнәр - минең тормошМинең һөнәр - минең тормош
Минең һөнәр - минең тормош

 Мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк, үҙемдең буласаҡ һөнәремде һайланым. Әлеге көндә мин медицина колледжының 1-се курсында уҡып йөрөйөм. Медицина һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәйем, минең уйлауым буйынса шәфҡәт туташы яуаплы, ышаныслы, изге, таҙа булырға тейеш. Әгәр ҙә шәфҡәт туташында бындай сифаттар булмаһа, был кеше ул һөнәргә лайыҡ түгел. Киләсәктә мин үҙемде яҡшы һәм кешегә кәрәкле табип булырмын тип уйлайым. Минең һөнәрем - минең тормошом. Аҡ халатлы булырға йөрәгем, күңелем менән йәбештем һәм ул шулай мәңгегә тороп ҡалыр тип ышанам. Мине тырыш итеп үҫтергәндәре, тәрбиәләгәндәре өсөн апайыма, әтей-әнейемә, уҡытҡан Абдул ауылы мәктәбе уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Һеҙ беҙҙе бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә, яратырға, ауыр минуттарҙа бирешмәҫкә өйрәттегеҙ. Мин барыһы өсөн дә һеҙгә рәхмәтлемен! Һеҙгә бәхет, шатлыҡ һәм сәләмәтлек теләйем.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас